Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
11 Ғинуар 2018, 22:50

Закон һәм тәртип һағында

Был ведомствоның тарихы XVIII быуат баштарына барып тоташа.Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы органдары быйыл12 ғинуарҙа 296 йылын билдәләй.

Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы органдары быйыл 12 ғинуарҙа 296 йылын билдәләй. Ошо айҡанлы һүҙ район прокуроры Илдар Ринат улы Ғилмановҡа:
— Һәр заманда граждандар үҙҙәрен борсоған бар мәсьәлә менән мөрәжәғәт иткән берҙән-бер тиерлек дәүләт органы булып ҡала. Фатирҙа электр уты һүндерелһенме йәки финанс пирамидаға юлығып алданһынмы — халыҡ беҙгә ашыға. Енәйәтселеккә, коррупцияға ҡаршы көрәш, илебеҙҙең хоҡуҡи берҙәмлеген тәьмин итеү, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын, иркен күҙәтеү, шәхес, йәмғиәт һәм дәүләт мәнфәғәтен һаҡлау прокуратура органдары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып ҡала килә.
2017 йылда ҡануниәт талаптарын үтәү сиктәрендә прокуратураның юғары органдары ҡушыуы һәм планға алынған саралар буйынса уҙған тикшереүҙәр барышында 830 закон боҙоуҙар асыҡланды. Шул иҫәптән судҡа 214 дәғүә ғаризаһы ебәрелде, 119 законһыҙ хоҡуҡи актҡа протест яһалды, 161 белдереү эшләнде. Һуңғылары буйынса 177 кеше дисциплинар, 69-ы прокурор ҡарары нигеҙендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, енәйәт билдәләре булған 9 материал йүнәлтелеп, улар буйынса 10 енәйәт эше асылды.
Эҙәрләү һәм тәүтикшереү органдарын күҙәтеү барышында 243 закон боҙоуҙар асыҡланды һәм элек йәшерелгән 12 енәйәт ҡылыу иҫәптә тергеҙелде.
Һуңғы йылдарҙа прокуратураға граждандарҙың ышанысы артты. Шуға күрә лә район прокуратураһына мөрәжәғәт итеүселәр һаны ла күбәйҙе. Мәҫәлән, 2017 йылда улар 303 булһа, 126-һы хәл ителде. Уҙған йылда район судтарында прокуратура хеҙмәткәрҙәре 177 енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүен хупланы һәм 255 граждан эшен ҡарауҙа ҡатнашты. Бигерәк тә беҙҙең эшмәкәрлектә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса ҡанун талаптарын күҙәтеү алдынғы рәттә бара. Мәҫәлән, былтыр прокурор тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә административ рәүештә мәжбүри эш язаһы билдәләнгән кешеләрҙән аҡсалата бүләк алып, эш ваҡыты иҫәбен алып барыу табеленә ялған мәғлүмәт индергәне өсөн Оҙондар ауыл биләмәһенең элекке башлығына ҡарата енәйәт эше асылды һәм ул суд ҡарарына ярашлы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Район прокуратураһы шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн һатып алыуҙарҙа эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеүгә лә ныҡлы иғтибар бүлә. 2017 йылда ошо юҫыҡта уҙғарылған тикшереүҙәр барышында Архангел ауыл советы башлығының закон боҙоуы билдәләнде. Көнәркәшлелектән ҡасып, дөйөм суммаһы 549863,20 һум тәшкил иткән юл ремонтына бер төрлө бер нисә килешеү төҙөлгән. Прокурор тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә башлыҡҡа 30 мең һум штраф рәүешендә административ яза тәғәйенләнде. Бынан тыш, алып-һатыу өлкәһендә ҡануниәт талаптарын боҙған урындағы үҙидара органдарының һәм башҡа учредениеларҙың 8 вазифа биләүсеһе лә прокурор тикшереүҙәренән һуң яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Йыл да һөнәри байрамыбыҙ мәлендә ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән прокуратура хеҙмәткәрҙәре иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Улар — Валерий Владимирович Сугачков, Александр Владимирович Чернов, Миңсәйҙә Хатип ҡыҙы Татлыбаева, Галина Сергеевна Москалева. Был көндө беҙ уларға оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф һәм яҡындарының иғтибарында булыуҙарын теләйбеҙ.
Ғөмүмән, Архангел прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренә законды теүәл үтәү, һәр гражданға ярҙам итеү хас. Тик законға таянып эшләгән хеҙмәтебеҙ гражданлыҡ йәмғиәтенең һәм Рәсәй дәүләтенең дөрөҫ йүнәлештә үҫешеүенә булышлыҡ итә.
Читайте нас: