Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Ноябрь 2017, 16:09

Үлгәндәрҙең – ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел

Район хакимиәте башлығы Александр Комзаловтың бойороғона ярашлы, ауыл биләмәләрендәге зыяраттарҙың төҙөклөгөн билдәләр өсөн махсус эш төркөмө ойошторолдо. Комиссия ағзалары составына район Советы секретары Фәйез Йортомбаев, Архангел районы буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Анна Андриянова, район хакимиәтенең муниципаль күҙәтеү бүлеге белгесе Михаил Цируль инде.

– Районда бөтәһе 53 мосолман һәм христиан зыяраты иҫәпләнә. Рейд барышында зыяраттарҙың торошо, атап әйткәндә, кәртәһе, тирә-яғындағы таҙалығы һәм дөйөм төҙөклөгө баһаланды. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөтә ерҙә лә уларҙың төҙөклөгө төрлөсә. Шуға күрә ҡайһы бер зыяраттарҙың торошон тәртипкә килтереү мөһим: кәртәләрҙе рәтләү, сүп-сарҙы йыйыу, ҙур ағастарҙы йығыу, инеү урындарын таҙартыу һәм башҡалар. Ошо көндәрҙә етешһеҙлектәрҙең барыһын да тамамлау маҡсат итеп ҡуйылды,- тип белдерҙе Фәйез Фәтих улы.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: