Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
31 Октябрь 2017, 12:27

Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль районында инвалидтарҙы социаль яҡлау һәм ярҙам итеү тураһында мәғлүмәт

Архангел районы территорияһында1569 инвалид йәшәй, шуларҙың 77-һе инвалид бала. Инвалидлыҡ төркөмдәре буйынса: 1-се төркөмдәгеләрһаны—161, 2-селә—512, 3-сө төркөмдә 883 кеше.

Архангел районы территорияһында 1569 инвалид йәшәй, шуларҙың 77-һе инвалид бала. Инвалидлыҡ төркөмдәре буйынса: 1-се төркөмдәгеләр һаны —161, 2-селә —512, 3-сө төркөмдә 883 кеше. “Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә тулы күләмдә социаль ярҙам саралары күрһәтелә. Инвалидтарға йәшәү торлағына коммуналь хеҙмәттәргә киткән сығымдар өсөн ай һайын бирелгән аҡсалата компенсацияның дөйөм күләме ағымдағы йылдың 9 айы эсендә район буйынса 6 млн 381 мең һум тәшкил итте. Айырым категорияға ҡараған Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәт инвалидтарының социаль хәлен яҡшыртыу маҡсатында пенсияға өҫтәмә социаль түләүҙәр төрө билдәләнде. 9 ай эсендә был ка- тегорияла күрһәтелгән түләүҙәр күләме —114 мең һум. “Хәрбиҙәрҙе аҡсалата ҡәнәғәтләндереү һәм уларға айырым түләүҙәр биреү тураһында”ғы Федераль законға (07.11.2011 йыл, №306-ФЗ) ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәт инвалидтарына, вафат булған (үлгән) хәрбиҙең ғаилә ағзаларына ай һайын аҡсалата компенсация түләнә. 2017 йылдың 1 октябренә 306-сы Федераль закон буйынса бөтәһе 1 млн 42 мең һум суммала компенсация бирелгән. Айырым категориялағы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә (инвалид балаһы һәм инвалидтар булған ғаиләләр ҡарай) ярҙам күрһәтеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан 2014 йылдың 16 июненән 264-се социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тәртибе тураһындағы положение раҫланды. Бөгөн 2 ғаиләгә шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә 90 мең һум күләмендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелде. “Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү” социаль программаһында инвалид балалар ҡатнаша. Уны тормошҡа ашырыуҙан алып 8 инвалид бала ял итте, Башҡор- тостанда ғына түгел, уның сиктәренән тыш та шифаханала дауа алды. Йыл һайын Халыҡ- ара инвалидтар көнө сиктәрендә район хакимиәте тарафынан саралар уҙғарыла, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса “түңәрәк өҫтәл”, депутаттар ҡатнашлығында шахмат турниры үткәрелә. 2016 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Роструд араһында килешеү төҙөлдө, уға ярашлы 2017 йылдың аҙағында респуб- ликала эшкә яраҡлы инвалидтар һаны 21758 кеше (эшкә һәләтле инвалидтар һанынан 27 процент) булырға тейеш. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы инвалидтар эше буйынса Координацион совет ҡарары менән 2017 йылдың 30 мартында республика ҡала округтарында һәм муниципаль райондар араһында инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса күрһәткестәр бүленде.
Гүзәлиә Имаева,
социаль мәсьәләләр һәм туризмды үҫтереү буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары.
Читайте нас: