Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Октябрь 2017, 11:47

Тирә-яҡты хәстәрләйек

Ошо көндәрҙә БР Экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы, “ПрофБизнесСтандарт” компанияһы “Рәсәй таянысы” Экологик хәүефһеҙлек комитеты менән берлектә экологик именлек буйынса семинар ойошторҙо. Унда район хакимиәтенең төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь һәм муниципаль һатып алыу бүлегенең баш белгесе О.А.Арцышевич, райондың ойошма-предприятие белгестәре, шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты.

“Рәсәй таянысы” Экологик хәүефһеҙлек комитеты рәйесе Н.А.Третьякова хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү нескәлектәре һәм башҡа мөһим һорауҙар буйынса телмәр тотто.
– Экология буйынса документтар әҙерләү һәм ошо йүнәлештә белем биреү – төп эшебеҙ. Нисек кенә булмаһын, был йүнәлештә закондар үҙгәреп тора. Махсус белемең булмаһа, ҡайһы бер нескәлектәрҙең айышына төшөнөүе ҡыйын,- тине Наталья Александровна. – Беҙҙең төп йүнәлеш – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ойошмаларҙың экологик документтарын әҙерләү. Белгестәр ҡалдыҡтарҙың күпме булыуын күҙаллай, уларҙы урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итә, етештереү-экологик күҙәтеү һәм башҡа проблемаларҙы иҫәпкә алып, ойошмаларға рөхсәт ҡағыҙҙарын бирә . Әлеге документтарға заказ биреүселәргә был юл бик уңайлы, сөнки әҙерләнгән ҡағыҙҙар бөтөн тикшереү ведомстволары менән килешеү үткәндән һуң ғына заказ биреүсегә тапшырыла.
Кәңәшмә барышында тәбиғәт менән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү органдары менән тикшереүҙәр ойоштороу, тирә-яҡты һәм тәбиғәт менән файҙаланыу мәсьәләләрен хәл итеү кеүек һорауҙар ҙа күтәрелде.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: