Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
13 Октябрь 2017, 19:01

Уңғандар юлдар һала

Юл хеҙмәткәрҙәре көнө һәр йылдағыса октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә уҙғарыла. Ошо көндәрҙә райондың юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығында байрам көнө уңайынан тантаналы сара үтте. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәрит Ғәйнетдинов, Район Советы секретары Фәйез Йортомбаев, райондың юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Сергей Камнев һәм баш инженер Рөстәм Сәғитдинов юл хеҙмәткәрҙәрен байрам уңайынан ҡотлап уҙҙы.

– Юлсы һөнәре иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе. Юлдарҙың сифаты, уның төҙөклөгө тап һеҙҙең иңегеҙҙә тора. Үҙ һөнәренә тоғро хеҙмәткәрҙәр генә был бурыстарҙы үтәй ала. Һеҙгә барығыҙға ла һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйем,- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Сергей Николаевич. Артабан ул юл хеҙмәткәре М.В.Журавлевҡа “Башҡортостан Республикаһы транспорт төҙөүселәре Союзы” берләшмәһенең Почет грамотаһын, асфальтбетонсы С.А.Желтовҡа БР транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының Почет грамотаһы, юл мастеры А.В.Мальцевҡа, водитель А.М.Бухмастовҡа БР транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының Рәхмәт хатын, хеҙмәтте һаҡлау инженеры Э.Г.Хисмәтуллинға, кладовщик Г.В.Еремееваға, экскаватор машинисы О.А.Сарычевҡа Башкиравтодор акционер йәмғиәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Артабан ҡотлау һүҙҙәрен район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.А.Ғәйнетдинов еткерҙе.
– Дөйөм әйткәндә, республиканың юлдар инфраструктураһы илдә тәүге урындарҙы биләй. Районда 450 километр оҙонлоҡтағы юлдарҙы хеҙмәтләндерәһегеҙ. Уларҙың сифаты, айырыуса ҡыш мәлендә төпкөл ауылдарға юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу һеҙҙең ҡарамаҡта. Һеҙҙең тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн, юлдар башҡа райондар менән сағыштырғанда яҡшыраҡ,- тип белдерҙе Фәрит Авзал улы. Шулай уҡ район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бульдозер машинисы С.Г.Баландинды, тракторсы Н.М.Барановты, водитель А.А.Кашубаны бүләкләне.
– Юл – тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон билдәләй. Һеҙгә автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, асфальт-бетон менән ҡапланғандарын ремонтлау, юл ситтәрен нығытыу, һыу торбаларын таҙартыу, күперҙәрҙең, нығытмаларҙың төҙөклөгөн тикшереп тороу кеүек әллә күпме бурыс йөкмәтелгән,- тине Ф.Ф.Йортомбаев. Артабан Фәйез Фәтих улы район Советының Почет грамоталары менән машинист-тейәүсе А.А.Антипинды, инженер А.С.Нарсееваны һәм тракторсы Ю.А.Агаповты тәбрикләп уҙҙы.
Читайте нас: