“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты аша хыялдар тормошҡа ашты: ауылдың ҡап уртаһында матур һәйкәл (таҡтаташ) хасил булды.
Район хакимиәте башлығы А.А.Комзалов, БР Дәүләт - Йыйылышы Ҡоролтай депутаты В. Ә. Ғимазетдинов, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариат начальнигы урынбаҫары С.А.Симонов, Ҡыҙғы ауылы егете, республиканың билдәле шәхесе О.З. Ханов, Баҡалды ауылы хакимиәте башлығы У. С. Шаһиев йыйылыусыларҙы иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ҡайнар ҡотлап, теләктәрен еткерҙе.
—Был изге урында һәр көн тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрһөн. Уны ҡәҙерләп тотоғоҙ. Быуындарҙы быуындарға ялғаусы урын ул – һәйкәл. Балаларҙа олатайҙар рухына ҡарата ихтирам, ватансылыҡ рухы тәрбиәләү беҙҙән, ололарҙың үрнәгенән, тора. Ошондай изге эште атҡарып сығыусы ауыл халҡына ҙур рәхмәт,-тине үҙ сығышында Александр Анатольевич.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 91 йәшлек Бәҙғотдин Солтанбәков хәтирәләр ебен һүтеп, һуғыштың ни тиклем ҡурҡыныс булыуын, күпме яҙмыштарҙы селпәрәмә килтереүен бәйән итеп, тыныс донъяның ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡырҙы.
Тантананың республика көнөнә тап килеүе лә икеләтә шатлыҡ. Ал таҫманы киҫеү хоҡуғы А.Комзалов менән Ә.Ғимазетдиновҡа бирелде. Артабан ауылдаштары батырҙар хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташҡа тере сәскәләр һалып, яуҙа ятып ҡалған яугирҙарға оло хөрмәт күрһәтте.