Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Сентябрь 2017, 14:02

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, йәки таҙалыҡ - мәҙәнилек сағылышы

Инйәр буйында – аяныслы күренеш. Ял итеүселәрҙән һуңяр сите сүплеккә әүерелгән. Тәү ҡарамаҡҡа атҡарып сыға алмаҫлыҡ тойолған эш тә,дәррәү тотонғас, ырамлы барҙы.

Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында Экология йылы айҡанлы йыл дауамында районда тәбиғәтебеҙҙе йәмләндереүгә йүнәлтелгән бихисап саралар ойошторола.
Ошо көндәрҙә районда “Таҙа яр” экологик акцияһында тәбиғәт торошона битараф булмаусы район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт, Архангел мәғлүмәт үҙеге, Пенсия фонды идаралығы, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы һәм башҡа ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ райондың “Йәш гвардия” ағзалары ҡатнашты.
Инйәр буйында – аяныслы күренеш. Ял итеүселәрҙән һуң яр сите сүплеккә әүерелгән. Тәү ҡарамаҡҡа атҡарып сыға алмаҫлыҡ тойолған эш тә, дәррәү тотонғас, ырамлы барҙы. Бер нисә квадрат метр майҙандан ғына тиҫтәләп тоҡ сүп-сар йыйылды. Таҙалыҡты булдырыусылар үҙ миҫалында башҡаларҙы ла өмәгә, иң мөһиме – тирә-яҡты һаҡлауға йәлеп итергә теләне.
Билдәләнгән урындарҙа йылға ярҙары тиҙ арала таҙартылды. Йыйылған сүп-сарҙың ни тиклем күп булыуына үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Тирә-яҡты ҡыйлап, уны бысратып йәшәмәһәк, бәлки, бындай саралар ҙа үткәреү кәрәкмәҫ ине. Таҙартҡан урында түгел, ә бысратмаған ерҙә таҙа, тиҙәр. Тимәк, ошо тәңгәлдә кешеләрҙең үҙаңын, тәртип, мәҙәнилек кимәлен үҫтереү зарур.
Читайте нас: