Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
12 Сентябрь 2017, 13:06

Уңайлы ысул

Шәхси кабинет булдырыу өсөн http://www.gosuslugi.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.

Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталы аша теркәлеүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталы ярҙамында балалар баҡсаһына сиратҡа торорға, автомобилде теркәргә, водитель таныҡлығы алырға, сит ил паспорты юлларға, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә, Росреестарға яҙылырға һәм башҡа эштәр башҡарырға була. Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында һәр кем үҙенең автомобиленә һалынған ЮХХДИ штрафтарын тикшерә ала. Бының өсөн автомобилдең дәүләт номерын һәм транспорт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡтың номерын белеү ҙә етә. Статистика шуны күрһәтә, республика халҡының күбеһе Дәүләт хеҙмәте порталын ыңғай баһалай. Дәүләт хеҙмәте каталогында өс меңдән ашыу ярҙам тәҡдим ителә.
Шәхси кабинет булдырыу өсөн http://www.gosuslugi.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк. Дәүләт хеҙмәттәре берҙәм порталында бөтә мөмкинлектәр менән ҡулланыу өсөн махсус раҫлау алыр зарур. Бының өсөн Архангел ауылы, Н.Крупская 2, 17 кабинетҡа мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас: