Инйәр
+27 °С
Облачно
Фотогалереи
15 Мая , 06:39

“Беҙ шулай уйнай инек...”

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! “Беҙ шулай уйнай инек...” фотоконкурсына дәррәү ҡушылайыҡ. Яратҡан уйынсыҡтарығыҙ, уйындарығыҙ тураһындағы йылы, ҡыҙыҡлы хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашайыҡ! Уйын мәле, ҡурсаҡтарығыҙ йәки башҡа уйынсыҡтарығыҙ менән төшкән фотоларығыҙҙы ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән “Инйәр” гәзитенең inzer_ arh@ mail.ru электрон адресына йәиһә 8-967-747-47-13 телефон номеры буйынса максҡа ебәрегеҙ. Конкурс 2026 йылдың 28 майына тиклем дауам итәсәк. Еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә!

“Беҙ шулай уйнай инек...”“Беҙ шулай уйнай инек...”
“Беҙ шулай уйнай инек...”

Был фотола бер туғандар Дамир улым менән Гөлнур ҡыҙымдың балалары, ейән-ейәнсәрҙәрем.
Улар гел бергә татыу уйнанылар. Фотоһүрәттә һулдан беренсе ултырғаны — Айсыуаҡ, уға бында ике йәш. Тәгәрмәсле уйынсыҡтарҙы яратты, әле тотоп ултырғаны — тәгәрмәсле ташбаҡа. Хәҙер инде уға 22 йәш. Сауҙа-иҡтисад колледжын тамамлағас та әрме хеҙмәтен үтәне, унан һуң бер аҙ эшләп алды, әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итә.
Икенсеһе — Элвина, уға өс йәш, туғандарын ҡурсалай. Ҡурсаҡтар менән уйнарға яратты, кейендерә, теҙеп ултырта ла улар менән һөйләшә ине. Әле уға 24 йәш. Юрист һөнәрен үҙләштереп, артабан БДУ-ла уҡыуын дауам итте. Эшләп йөрөй.
Кесеһе Элвида, уның бер йәшлек сағы. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжын тамамлап, уңышлы ғына эшкә урынлашҡан. 21 йәштә. Был һүрәттә инәһенең уйнаған ҡурсағы менән.

Әлмира Юламанова.
Убалар ауылы.

 

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас