Инйәр
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"On-line һылыуҡай - 2019"
19 Март 2019, 11:52

Башҡорт рухлы ҡыҙ

Әхмәтова Сөмбөл Альберт ҡыҙы:

— Мин 2002 йылдың 29 апрелендә ғаиләлә тәүге бала булып, атай-әсәйемде бәхетле итеп, үгеҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын. Абҙан ауылы мәктәбенең 10-сы класында белем алам. Ауыл, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашам. 2016 йылда Мәскәүгә Кремль шыршыһына барып ҡайттым.

Буш ваҡыттарымда китап уҡырға, әсәйемә ярҙамлашырға, бейеү, театр түңәрәктәрендә шөғөлләнергә яратам. Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында Театр йылы сиктәрендә һәүәҫкәр театрҙарҙың фестиваль-марафонында “Өмөт” халыҡ театры составында сығыш яһау бәхете тейҙе.

Киләсәктә үҙ халҡыма кәрәкле шәхес, ғаиләм өсөн терәк булып һәм башҡорт телем йәшәһен өсөн бар көсөмдө һалырға әҙермен.
Читайте нас: