Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"On-line һылыуҡай - 2019"
18 Март 2019, 16:33

“Камиллыҡҡа ынтылам”

Мин — Гүзәл Шәрәфетдинова, Тирәкле мәктәбенең 10-сы класында уҡыйым. Спорт һәм ошоға ҡағылышлы Милләттәр кросы, Хәүефһеҙлек мәктәбе һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнашам. Бынан тыш, конференцияларҙа һәм конкурстарҙа (“Ватан юлдары буйлап”, “Мостай уҡыуҙары”, “Йәш журналист”, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр”, “Йәштәр проекты”) призлы урындар алыуым, лауреат исемдәренә лайыҡ булыуым миңә көс-дәрт өҫтәй. Республика кимәлендәге “Халыҡ-ара Глобус” олимпиадаһында еңеүгә өлгәштем. Һүрәт төшөрөргә әүәҫмен. Йырларға, бейергә оҫталығымды арттырырға мәктәптәге “Дуҫлыҡ” коллективы булышлыҡ итә.
Ғаиләбеҙ бейә һауыу һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә, шуға күрә ата-әсәйемә ярҙамлашырға яратам.
Читайте нас: