

Булғанды ҡәҙерләргә кәрәклекте аңғартҡанын төшөндөм. Күҙҙәремә йәш килде. Беҙ, кешеләр, әкренләп кенә бар нәмәнән ҡолаҡ ҡағып киләбеҙ.
Хәтерләйһегеҙме? Элек почтальон апай, ағай ҡапҡа төбөндә күренгәс үк, йөрәк туҡтап ҡала торғайны. Гәзиттең яңы ғына баҫылған, әле һыуып та өлгөрмәгән биттәренә ҡулды тейгеҙеү — ҙур бер бәхет. Уныһы — яңылыҡ, быныһы — хикәйә, ә бына был юлдарҙа — ауылдашыбыҙҙың улы хаҡында… Гәзит ябай ҡағыҙ киҫәге түгел, ә уртаҡ өйөбөҙ, мөлкәтебеҙ, уртаҡ тауышыбыҙ ине.
Бөгөн иһә ни? Телефон экранында сыбарланған тоҙһоҙ хәбәрҙәр, мәғәнәһеҙ ҡыҫҡа видеолар, яһалма шатлыҡтар, кешенең эске донъяһын болоҡһотҡан күңелһеҙ ваҡиғалар, ҡыйралыш, нәфрәт, үлем, афәт, боҙоҡлоҡ... Ни арала беҙ бер-беребеҙҙән шул тиклем алыҫлаштыҡ, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшергә оноттоҡ? Йылдан-йыл милли уларҙың баҫымы аҫтында ҡала. Ҡыҙғаныс… Дөрөҫ, бөгөн асыҡ сығанаҡтар быуа быуырлыҡ, беҙҙең иғтибарыбыҙ икенсе юҫыҡҡа – именлеккә йүнәлтелгән, ҡайҙа ҡарама хаҡтар «тешләшә». Был йәшәйештең икенсе яғы ла бар бит – рухи ҡиммәттәр. Гәзит-журналдарыбыҙ мәғлүмәт сығанағынан бигерәк телебеҙҙе һаҡлаусы, уның нескәлеген еткереүсе илаһи бер майҙансыҡ. Ата-олатайҙарыбыҙ борон-борондан аманат итеп быуындан-быуынға тапшырып килгән оло байлығыбыҙ – телебеҙ. Төрлө сәбәп менән ул әлеге көндә фәҡирләнә, элекке кеүек яңғырамай. Гәзиттәребеҙ ҙә донъя күрмәй башлаһа, телебеҙҙән бөтөнләй ҡолаҡ ҡағыуыбыҙ бар. Был — фажиғә, беҙҙең рухи үлемебеҙ.
Гәзит — тере тарих, телебеҙҙе, йолаларҙы, милли йөҙөбөҙҙө һаҡлаусы һуңғы ҡалҡан. Интернетта мәғлүмәт юҡҡа сыға, ә гәзит бите — мәңгелек. Уны һаҡлайһың, быуындан-быуынға тапшыраһың, архивта туплайһың. Ул — ысынбарлыҡ, йәшәйеш, халҡыбыҙ тормошо.
Беҙ милли баҫмаға яҙылыуҙан баш тартып, үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы ҡырҡабыҙ. Үҙ телебеҙҙәге уйҙарҙы уҡымайынса, нисек башҡорт булып ҡала алабыҙ? Нисек итеп балаларыбыҙға Ватанды һөйөргә өйрәтә алабыҙ?
Хөрмәтле яҡташтар, әйҙәгеҙ, был һалҡынлыҡты туҡтатайыҡ, үҙ гәзитебеҙгә яҙылайыҡ. “Инйәр” бер нисә һум аҡса түгел — ул беҙҙең киләсәгебеҙгә һалынған ҙур өлөш, әбейҙәрҙең доғаһы, атайҙарҙың һүҙе, инәйҙәрҙең йыры.
Әгәр бөгөн яҙылмаһаң, иртәгә гәзит баҫылмаясаҡ. Иртәгә һинең телеңдән һөйләгән бер генә бит тә ҡалмаясаҡ, хис-тойғо сағылмаясаҡ, тауышың сыҡмаясаҡ.
Үҙебеҙҙең ерлектә аҡҡан йылғабыҙҙың атамаһын йөрөткән «Инйәр» гәзите күңелегеҙҙә иң яҡын дуҫ булып йәшәһен!
Әлиә Әмирова.