

Йөрәктәрҙе иретерлек йырҙарға күптәр ҡушылды, Тыуған илгә арналыуы менән күңелдәрҙә илһөйәрлек тойғоһон урғылтты. “Заряница” рус халыҡ хоры башҡарыуындағы патриотик рух менән һуғарылғандары бигерәк тә тантанаға йәм бирҙе. Әлиә Нурисламова, Алмаз Туҡаев, Рауил Хәсәнов, Екатерина Лежнева, Альбина Юламанова, Дмитрий Машненков сығыштары тамашасыларҙы илһамландырҙы. Тәбрис һәм Марат Рәхмәтуллиндарҙың ҡурайҙа һәм баянда виртуоз уйнауҙары — халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен иҫкә төшөрөп, уй-хистәргә юл асты. Екатерина Егорова һәм Екатерина Лежневаның тыуған ерҙең гүзәллеге, уны ҡәҙерләп һаҡлау тураһындағы дуэты киләсәккә өмөт-ышаныс уятыуы менән һәр кем күңелен яҡтылыҡ нурҙарына ҡойондорҙо.
Гөлнур Ҡырымбаева,
район мәҙәниәт бүлеге методисы.