Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2025, 10:58

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте

Тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан табиптарһыҙ үҙ ғүмеребеҙҙе күҙ алдына килтереүе ауыр

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте

Тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан табиптарһыҙ үҙ ғүмеребеҙҙе күҙ алдына килтереүе ауыр. “Медицина өлкәһендә эшләүе еңел түгел, әммә кешеләргә кәрәкле булыуымды яҡшы аңлайым. Һинең күҙеңә оло ышаныс менән баҡҡан һәр пациентты ҡарағандан һуң, уларҙың йөҙҙәрендә нур йүгереүен, бер аҙ тынысланып, шәбәйеп китеүен күреү һәм тойоуҙан да бәхетлерәк мәл юҡтыр”, — ти тәжрибәле шәфҡәт туташы Гөлшат Миңлебай ҡыҙы Ғәлина.

 Ғәлиндарҙың күмәк  балалы, татыу ғаиләһендә иң  кесеһе ул. Ата-әсәһенең ярҙамсыһы, терәк-таянысы, ағай-апайҙарының яратҡан ғына туғаны. Иркәләнеп, наҙланып ҡына буй еткереүенә ҡарамаҫтан, унда һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итеү теләге көслө була.

Яҡындарының лайыҡлы өлгөһөндә тәрбиәләнгән ҡыҙ мәктәптә лә һынатмай. Бала саҡтан күңеленә һалып ҡуйған хыялына тоғро ҡалып, тырышып уҡый. 10-сы класты уңышлы тамамлап, дәүләт имтихандарын да яҡшы һөҙөмтәләргә биреп, Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһына дауалау факультетына уҡырға инә.

Үҙ  эшеңде яҡшы белеү өсөн ныҡлы нигеҙ кәрәк, айырыуса кеше һаулығы, уларҙың ғүмерҙәре өсөн яуаплыларға. Һөнәри белем алғас,  хеҙмәт юлын юллама буйынса Архангел районы Баҫыу  ауылы фельдшер пунктында башлай. Урындағы халыҡ уны үҙенекеләй күреп, бик йылы ҡаршылай. Баҫалҡы, ипле, мөләйем йөҙлө  табип һәр пациентты йылы ҡабул итеүе, дөрөҫ дауалауы, төплө кәңәш биреүе менән лайыҡлы ихтирам ҡаҙана.   “Кешеләр менән эшләүе бер аҙ ауыр булһа ла, бурысымды  башҡарыу миңә баһалап бөткөһөҙ һөнәри тәжрибә бирҙе”, – ти ул. 

Гөл-сәскәгә күмелгән нурлы йортонан кеше өҙөлмәй. Туғандар, балалар ҡыуанысын татып, ҡәҙер-ихтирамын тойоп, матур ғүмер кисерә маҡсатлы, булдыҡлы Гөлшат Миңлебай ҡыҙы. Боронғоларҙың әйткәне хаҡ: ир-егет ил терәге булһа, ҡатын-ҡыҙ — донъя тотҡаһы. Гөлшаттың йәшәйешен бер һүҙ менән һүрәтләргә ҡушһалар, тормош иптәше  менән бергәләп үҙ ҡулдары менән ҡорған донъяларының ҡотон һүндермәй, ауылға йәм  өҫтәп йәшәйҙәр, тип  әйтер инек. Матурлыҡҡа ғашиҡ йән ул.

Буш ваҡытында  яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлай, күңел йылыһын һалып һәр береһенең хәлен белеп, үҙ ярҙамынан ташламай. “Бар туғандарыма ла ихлас һөйөүемде, рәхмәтемде белдерәм, улар миңә терәк, таяныс, ышаныс”, — тип ҡат-ҡат ҡабатлай.

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте. Быйыл Өфөлә  “Урта медицина белемле белгестәрҙең беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙәге роле” тип аталған медицина хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй форумы үткәйне. Был ҙур сараға Баҫыу ФАП-ы фельдшеры Гөлшат Миңлебай ҡыҙы лайыҡлы рәүештә делегат итеп һайланып, икенсе тапҡыр ҡатнашыу бәхете тейҙе.          

Район хакимиәтенең бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары,  Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ  һаҡлау министрлығы Маҡтау ҡағыҙы, Дәүләт  Думаһының Рәхмәт хаты Г.М.Ғәлинаның намыҫлы хеҙмәтен дәлилләй.  Һуңғы юғары награданы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова үҙе тапшырҙы.            

 Ошо көндәрҙә Баҫыу ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был ваҡиғаны урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көттө, сөнки элекке ФАП бер ниндәй ҙә талаптарға яуап бирмәгән, тейешле шарттарға яраҡлаштырылмаған бинала урынлашҡан ине.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттар, персонал өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Процедура-прививка, ҡарау-манипуляция кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн сисенеү бүлмәләре, хужалыҡ блогы булдырылған. Ә иң мөһиме – Баҫыу ауыл халҡының һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер иғтибарлы, тәжрибәле фельдшеры —  Гөлшат Миңлебай ҡыҙы  бар.

Гөлсинә Ғәлина.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Автор: Дилара Бадретдинова
Читайте нас