Районыбыҙ “Еңеү өсөн 100 балл” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. 1-се Архангел мәктәбендә ойошторолған сараға район мәктәптәренең барлыҡ 11-се класс уҡыусылары йыйылды.
“Еңеү өсөн 100 балл” Рособрнадзор башланғысы менән йыл һайын дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы алдынан уҡыусылар араһында эмоциональ көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итеү маҡсаты менән уҙғарыла. Осрашыу йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте. 1-се Архангел мәктәбенең үткән уҡыу йылындағы сығарылыш уҡыусылары: Сәйфуллин Денис менән Степановна Александра үҫмерҙәр менән ихлас аралашты. Әйткәндәй, Денис рус теле һәм физика фәндәре буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйған ине, хәҙер нефть университеты студенты, ә Александра химия һәм биология фәндәренән юғары баһалар алды, буласаҡ педиатр, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый.
Денис һәм Александра Берҙәм дәүләт имтиханында нисек уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәре, нисек әҙерләнеүҙәре, ниндәй йәшәү рәүеше алып барыуҙары тураһында һөйләне. Ун беренселәр өлкән иптәштәренә һорауҙар бирҙе, һөҙөмтәлә күтәренке кәйеф, тынысланыу һәм уңышҡа ышаныс алды.
Сара барышында шулай уҡ район мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова һәм мәғариф бүлегенең баш инспекторы Юлия Колесникова, мәктәп директорының урынбаҫары Елена Лапина ла уҡыусылар менән ихлас әңгәмәләште.
Юлия Колесникова,
мәғариф бүлегенең баш инспекторы.
Автор фотоһы.