Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Һеҙ Ватан саҡырыуына яуап биргән меңләгән яҡташыбыҙ өсөн өлгө булдығыҙ. Республика һәр ҡайһығыҙ менән ғорурлана. Ошондай мөһим ваҡытта бөтә ил берләште һәм, ысынлап та, бер ҙур ғаиләгә әүерелде. Һеҙгә хәрби юлығыҙҙа ярҙам итергә һәм яҡындарығыҙ хаҡында хәстәрлек күрергә вәғәҙә бирәм.
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу төбәк ярҙам саралары эшләй. 2024 йылда уларҙы тормошҡа ашырыуға бюджеттан 13,4 миллиард һум йүнәлтелгән. Башҡортостан шулай уҡ беҙҙең ирекмәнлек батальондары яугирҙәренә, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә 142 гуманитар конвой ебәрҙе. Был эшмәкәрлек дауам итәсәк, — тине төбәк етәксеһе.
Махсус хәрби операция зонаһында булған районыбыҙ егеттәре үҙҙәренең хәрби уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Инсаф Абдуллин Убалар ауылында тыуып-үҫкән. Урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә белем ала. Тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән егет мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнашырға, төрлө концерттарҙа сығыш яһарға ла ваҡыт таба.
Артабан йыр-моңға һәләтле егет Өфөнөң М.Аҡмулла исемен йөрөткән 2-се педагогия колледжына уҡырға инеп, “Музыкаль етәксе” һөнәрен үҙләштерә. Колледжды ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, ул ошо өлкәлә белем кимәлен күтәреү маҡсаты менән З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыуын дауам итә. 2016-2017 йылдарҙа Инсаф Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына саҡырыла. Хеҙмәтен һалдат Ставрополь крайы, Буденновск ҡалаһының 205-се айырым гвардия мотоуҡсылар казак бригадаһында намыҫ менән үтәй.
Артабан яҡташыбыҙ Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры хоры артисы булып хеҙмәт юлын башлай. Һөйгән ҡыҙы Ксения менән ғаилә ҡора. Илдә мобилизация иғлан ителгәндән һуң, беренселәрҙән булып МХО зонаһына юлланып, Тыуған ил һағына баҫа.
Башҡорт дәүләт академия театры опера һәм балет артисы Инсаф Абдуллин хәҙер өсөнсө йыл хәрби операцияла. 2022 йылдың сентябренән ул 428-се мотоуҡсылар полкында алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Әйткәндәй, хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ҡаһарман яҡташыбыҙ Рөстәм Ишмөхәмәтов уның взвод командиры була.
Һуңынан ил һаҡсыһын Луганскиҙағы концерт-фронт бригадаһына ебәреләр. Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбленең фронт ижади бригадаһы солисы әлеге көндә унда хеҙмәтен дауам итә, үҙенең сәнғәте менән яугирҙәрҙең хәрби рухын йыр-моң менән нығыта, еңеүгә ышаныс уята.
Яҡшы хеҙмәте, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Инсаф Адуллин II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы” һәм “Георгий Жуков” исемендәге миҙалдарға эйә. Был наградалар хәрби бурысына тоғролоҡ һәм Ватанға рияһыҙ хеҙмәт итеү өлгөһө булып тора.
Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының юғары категориялы хор артисы Инсаф Мәжит улы Абдуллинға Башҡортостан Республикаһының мәҙәни үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм уның күп милләтле халҡы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән юғары исем бирелде.
Был мөһим ваҡиға яҡташыбыҙҙың талантын, уның үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуын һәм тыуған яҡ мәҙәниәте мәнфәғәтендә арымай-талмай эшләүен таныу.
— Хөкүмәткә һәм Республика Башлығына юғары награда өсөн, шулай уҡ махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә даими гуманитар ярҙам күрһәткәндәре өсөн “Ватанды һаҡлаусылар” фондына, театр етәкселегенә, хеҙмәттәштәремә, бөтә труппаға, ҡатыныма рәхмәтемде белдерәм, — тине артист.
Хатта ҡыҫҡа ғына ялында ла яҡташыбыҙ сәхнә тураһында онотмай, Башопераның “Осоусы карап” спектаклендә яңғыҙ партияла сығыш яһап өлгөрә. Йәнә үҙе уҡыған педагогия колледжының студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашып, хәтирәләре менән уртаҡлаша, тырышып уҡырға, өйрәткәндәрҙе тыңларға кәңәш бирә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы тураһында һөйләй һәм тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Башҡортостан егеттәренең бер ҡайҙа ла һынатмауын, һәр саҡ алдынғы булыуын барыһы ла белә, яҡташтарыбыҙҙың ошондай күркәм һыҙаттары һәр беребеҙҙә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята, һоҡландыра ла. Яҡташыбыҙға һәм барлыҡ яугирҙәргә Еңеү менән, имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙырын теләйбеҙ.
Физәлиә Ғәниева.
Фото Айгөл Абдуллина тарафынан ебәрелде.