Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2025, 16:09

Тештәр — йылмайыу көҙгөһө

2024 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә үҙәк район дауаханаһының стоматология бүлегендә йәнә теш-техник кабинеты эше тергеҙелде

Тештәр — йылмайыу көҙгөһө
Тештәр — йылмайыу көҙгөһө

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

 – Беҙҙең бурыс – медицина ярҙамын бөтә халыҡ, шул иҫәптән алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн дә, юғары сифатлы һәм уңайлы итеү.

Һәр кемдең матур итеп йылмайғыһы килә. Ә сәләмәт тештәр — тап ошо йылмайыу нигеҙе. Бынан тыш, тештәр организм сәләмәтлегенең төп күрһәткесе булып иҫәпләнә.

Теш технигы тигән һөнәр эйәләре, ысын мәғәнәһендә, мөжғизә тыуҙыра тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Улар үҙеңдекенән артыҡ айырылмаған яһалма тештәр, коронкалар эшләп, кешеләргә матур йылмайыу бүләк итә.

Үҙәк район дауаханаһының стоматология бүлегенең юғары категориялы теш технигы, Башҡортостан стоматологтар ассоциацияһы ағзаһы Филүс Газин  был эшкә үҙенең 33 йыл ғүмерен бағышлай. Филүс Миңлетдин улы Стәрлебаш районының Буҙат ауылында донъяға килә.

Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған егет 1989 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының медицина училищеһына уҡырға инеп, 1991 йылда ҡулына диплом ала.

— Стоматология өлкәһен һайлауым осраҡлы түгел. Бала саҡ хыялым — әсәйем һәр саҡ матур йылмайып йөрөһөн, тигән теләгем мине ошо һөнәргә алып килде, — ти белгес.

Уҡыу йортон тамамлағас, уны әрме сафтарына алалар. Хеҙмәтен яҡташыбыҙ Краснодар крайының Ҡыҙыл ҡалаһындағы 669-сы һанлы хәрби часында үтә.  Шул ҡалала йәш белгес үҙенең һөнәри эшмәкәрлегендә тәүге аҙымдарын яһай башлай.

— Хеҙмәттәштәрем,—  үҙ эшенең оҫталары, коллектив бик татыу  ине. Миңә теш технигы булып китеүгә шул осор ныҡ ярҙам итте, — тип ул йәшлек йылдарын  йылылыҡ менән иҫкә ала.

Рәсәйҙә элек-электән шулай булған: илебеҙ тарихы — ул хәрби батырлыҡ тарихы. Филүс Газин 1996 йылда Чечен республикаһында барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерә. Был һуғыш фажиғәле биттәре менән халыҡ хәтерендә ҡаласаҡ. Хәрби ваҡиғаларҙы ҡайтанан баһалауға ҡарамаҫтан, совет һәм Рәсәй һалдаттарының батырлығы лайыҡлы булып ҡала.

— Бер нисә йыл дауамында теш технигы һөнәренең асылына төшөнөп, нескәлектәрен өйрәнеп, практикаларҙа тәҗрибә туплап, 1997 йылда район поликлиникаһына эшкә ҡайттым, – ти Филүс Миңлетдин улы.

Ярҙамсыл һәм тәжрибәле белгес хаҡлы рәүештә кешеләр араһында ихтирам менән файҙалана. Эшләү дәүерендә шаҡтай белемен камиллаштырған һөнәр эйәһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙ эшен булдырырға ҡарар итә. 2011 йылда йортонда асылған шәхси кабинетта һәр көн теш ҡуйыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Заманса ҡорамалдар һәр кемгә һис бер ауыртыныуһыҙ яңы тештәр менән бергә матур йылмайыу бүләк итә.

Уҙған йылдың ноябрь айында үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәзитовтың һәм поликлиника мөдире Суфиә Әбүбәкерованың башланғысы менән поликлиникала йәнә теш-техник кабинеты эше тергеҙелә. Табип-стоматолог Диана Рудзит консультация, тикшереү үткәрә һәм буласаҡ протездар өсөн гипс күсермәләрен төшөрә. Теш технигы Филүс Газин туранан-тура теш протездарын эшләү, ремонтлау, тергеҙеү менән шөғөлләнә.

-2024 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә үҙәк район дауаханаһының стоматология бүлегендә йәнә теш-техник кабинеты эше тергеҙелде, —  тип һөйләне үҙәк район дауаханаһының поликлиника мөдире Суфия Әбүбәкерова. Ярты йыл йыл эсендә 30 кеше беҙҙең хеҙмәт менән файҙалана алды.

Филүс Миңлетдин улының эш  урыны медицина кабинетына бер ҙә оҡшамаған. Ул йә  төҙөлөш материалдары  магазинын, йә ювелир  оҫтаханаһын хәтерләтеп ҡуя. Бында гипстан теш формалары, сүкеш, төрлө бысаҡтар, протездарҙы эшкәртеү ҡорамалдары бик күп.

— Минең эшем туранан-тура врач-ортопед менән бәйле, Диана Юнир ҡыҙы менән берҙәм команда булып эшләйбеҙ. Пациентты ҡарап һәм конструкцияны һайлап, стоматолог яңаҡтан  күсермә ала. Күсермәне ҡарап, гисптан модель ҡоябыҙ, — тип эш барышы менән таныштыра тәжрибәле теш технигы.

Теш протездарының төрлөһө була икән: алынмалы һәм алынмай торғаны.

— Протездар эшләгәндә төрлө етештереүселәрҙең материалдарын ҡулланабыҙ. Шулай уҡ аллергия юҡмы икәнлеге лә ентекле тикшерелә. Пациенттар  рәхмәте — эшебеҙгә иң ҙур баһа.

Физәлиә Ғәниева.

Фото Диана Рудзит тарафынан ебәрелде.

Автор: Физалия  Ганеева
Читайте нас