Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2025, 09:55

Мәхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөләре

Ғаилә — тормошобоҙҙоң иң мөһим ҡиммәттәренең береһе

Мәхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөләре
Мәхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөләре

Июль айының  иң матур байрамы — Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнө. Бары тик ғаиләлә генә беҙ мөхәббәт, ихтирам, ярҙам, аңлау, татыулыҡ кеүек сифаттарға өйрәнәбеҙ.

Район мәҙәниәт йортонда ошо ваҡиғаға арналған сара уҙғарылды. Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин  район халҡын матур байрам менән ҡотлағандан һуң, ғаилә традицияларын һаҡлаған, балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгәндәрҙе тантаналы рәүештә билдәләп үтте.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡотлау адресы ғаилә тормошоноң алтын юбилейы менән бәйле Архангел ауылында йәшәүсе Тәнзилә Сәлимйән ҡыҙы менән  Фәнис Мотфрахман улы Мөхәмәтйәновтар ғаиләһенә  юлланды.

Тәүәкәстән Миңлегөлсөм Яхи ҡыҙы менән Вәкил Аҫылбай улы Хисмәтуллиндар үҙ-ара мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән ғаилә ныҡлығы, балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгәндәре өсөн “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытҡан өсөн Лилиә Рәйес ҡыҙы Хөсәйеноваға һәм Гүзәл Хәйҙәр ҡыҙы Йосоповаға “Әсәлек даны” миҙалы бирелде.

Рәсәй Федерацияһының спорт министрлығы Верховцев-Перовтар ғаиләһе ағзаларын “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының алтын билдәләре менән бүләкләне: А.В.Перова —  11-се баҫҡыс, С.Н.Верховцев — 14-се баҫҡыс, Т.С.Верховцева — 2-се баҫҡыс, Е.С.Верховцева — 3-сө баҫҡыс, Л.В.Машканцева 16-сы баҫҡыс “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының алтын  билдәһе.

Сара матур концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Ул бер тында үтеп, барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итте.

Дилара Бәҙретдинова.

Ирина Куркова фотоһы.

 

 

Автор: Дилара Бадретдинова
Читайте нас