12-13 майҙа Өфө ҡалаһының “Башҡортостан” дәүләт концерт залында башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙасаҡ.
Съезд эшендә 650 кеше ҡатнашасаҡ. Туған тел дәрестәренең бәҫен күтәреү, камиллаштырыу, уҡытыуҙағы мәсьәләләр тураһында уртаға һалып һөйләшеү, фекер алышыуҙарға ҡайтып ҡалған сарала районыбыҙҙан: район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Динара Рөстәм ҡыҙы Хисамова, район мәғариф бүлегенең башланғыс кластар һәм мәктәпкәсә белем, тәрбиә биреү буйынса методисы Гөлшат Борис ҡыҙы Ғәбделхаева, 1-се Архангел мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лена Хайразий ҡыҙы Садыҡова ҡатнашасаҡ.
Динара Рөстәм ҡыҙы башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезына ниндәй өмөттәр бағлауы хаҡында уртаҡлашып:
— Съезд һөҙөмтәле булыр тип ышанам. Бөгөн башҡорт теле ҙур иғтибар талап итә. Башҡорт теле – Башҡортостан Республикаһында икенсе дәүләт теле булыуға ҡарамаҫтан, уны ҡулланыу даирәһе киң түгел. Балалар баҡсаһында, мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә генә әсә телендә аралашыу етмәй, ғаилә эсендә, урамда һәм башҡа урындарҙа ла үҙ телебеҙҙә һөйләшкән, уны ҡулланған осраҡта ғына ул нығынасаҡ, үҫәсәк.
Һуңғы арала хатта башҡорт ауылдарында ла балаларҙың үҙ телдәрен насар белеүе күңелде ҡыра. Башҡа телдәрҙе белеү кәрәк, әммә башта үҙ халҡыңдың телен яратыу, өйрәнеү һәм артабан йәшәтеү мөһим.
Һәр хәлдә лә бөтә нәмә ғаиләгә ҡайтып ҡала. Әгәр ата-әсә, олатай-өләсәйҙәр башҡортса һөйләшһә, балаларға халыҡ ижады өлгөләрен өйрәтһә, әлбиттә, йәш быуын уны белеп үҫәсәк һәм дауам итәсәк.
Телебеҙҙең абруйын үҙебеҙ күтәрмәһәк, ул башҡа милләттәргә кәрәк түгел. Был йәһәттән башҡарасаҡ эштәр байтаҡ, — тине.
Район делегацияһына уңыштар теләйбеҙ.
Дилара Янбаева.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.