Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
16 Апрель 2025, 10:37

Әүҙем ҡушылдылар

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Әүҙем ҡушылдыларӘүҙем ҡушылдылар
Әүҙем ҡушылдылар

Яҙғы ташҡындан  зыян күргән Аҙау ауылы халҡына ярҙам йөҙөнән “Инйәр” гәзите “Изге яҙылыу” хәйриә акцияһын иғлан иткәйне. Милләттәштәренең хәленә битараф булмаған райондаштарыбыҙ акцияға ҡушылып, 25 кешегә “Инйәр” гәзитен бүләк итте. Уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, айырыуса: Нурия Зәйнетдиноваға (Хисмәтуллина),  Юлиә Сафинаға, Гөлсинә, Илһам, Заһир Ғәниевтарға, Әлиә Түләбаеваға, Ринат Ноғамановҡа, Ләйсән Г-ға.

Шуныһы ҡыуаныслы, ут күршеләребеҙ, хеҙмәттәштәребеҙ — Ғафури районының “Табын” гәзите коллективы ла (баш мөхәррир Гөлдәр Кинйәбаева) сарала ихлас ҡатнашып, аҙауҙарҙы ҡыуандырҙы. “Табын”дарға ла тираждарының артыуын һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Акция бөгөн дә дауам итә. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.

Д.Янбаева.

А.Мөхәмәтйәнова фотоһы.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас