Райондың коррекция-үҫтереү эштәре бүлеге базаһындағы инклюзив көршәксе оҫтаханаһы балаларҙың ижади һәләттәрен асырға, аралашырға ярҙам иткән әһәмиәтле урын.
Уҡыусыларҙы балсыҡтан әүәләү йүнәлеше менән таныштырыу маҡсатында район мәктәптәрендә күсмә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә башланы. Тәүге дәрестәр Ҡыҙыл Еҙем мәктәбендә ойошторолдо.
Балалар көршәксе һөнәренең килеп сығышы тарихы менән танышты, балсыҡтан әйберҙәр яһауҙың төрлө ысулдары тураһында белде, иң мөһиме — уларға балсыҡ менән эшләү ныҡ оҡшаны!
Социаль проекттар халыҡтың, беҙҙең осраҡта балаларҙың йәшәү эшмәкәрлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Балалар өсөн күңел асыу урындары башлыса район үҙәгендә урынлашыу сәбәпле, күп ата-әсә уларҙы ниндәй ҙә булһа ижади түңәрәккә йөрөтә алмай. Шуға күрә лә беҙ үҙебеҙ мәктәптәргә барабыҙ һәм көршәксе оҫтаханаһы уҙғарған оҫталыҡ дәрестәренә килгән һәр сабыйға шатбыҙ.
Лилиә Кинйәбаева,
райондың коррекция-үҫтереү эштәре бүлегенең социаль эш буйынса белгесе.
Автор фотоһы.