Инйәр
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь , 16:09

“Полиция һәм балалар”

2024 йылдың 28 ноябренән 4 декабренә тиклем “Полиция һәм балалар” тип аталған  комплекслы оператив-иҫкәртеү саралары уҙғарыласаҡ

“Полиция һәм балалар”
“Полиция һәм балалар”

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының  2024 йылдың 19 ноябрендәге  1/8255-се бойороғон үтәү, балиғ булмағандарҙың криминаль әүҙемлеген кәметеү, улар ҡатнашлығында, шул иҫәптән Эске эштәр бүлегендә иҫәптә торғандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү, үҫмерҙәрҙә законға буйһоноу тәртибен арттырыу маҡсатында Архангел районы биләмәһендә 2024 йылдың 28 ноябренән 4 декабренә тиклем “Полиция һәм балалар” тип аталған  комплекслы оператив-иҫкәртеү саралары уҙғарыласаҡ. Балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһы вәкилдәрен ошо сараларҙы  үткәреүҙә булышлыҡ итеүҙәрен һорайбыҙ.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Архангел районы буйынса полиция участка вәкилдәре һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексәһе.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: