Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан, Зәйет мәктәбендә “Йәгеҙ әле, егеттәр!” исемле бәйге үткәрелде.
Иң башта уҡыусыларға армия хеҙмәте тураһында мәғлүмәт бирелде. Артабан үҫмерҙәр уйын шарттары менән танышты. Бәйгелә ике команда ҡатнашты: “Ракета” һәм “Төнъяҡ амурҙары”. Буласаҡ һалдаттар үҙҙәрен сыҙамлыҡта, тапҡырлыҡта һәм зирәклектә һынаны. Командалар үҙҙәре менән таныштырып үткәндән һуң, сәмле ярышҡа тотондо. Ҡыҙҙар иһә жюри ағзалары булып, ғәҙел баһа бирҙе.
Төрлө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле конкурстарҙа һәр кем әүҙемлек күрһәтте. Артабан йәш ил һаҡсыларының әҙерлектәрен тикшереү маҡсатында спорт ярыштары ҡаралды. Сара “Төнъяҡ амурҙары” командаһының еңеүе менән тамамланды.
Үҫмерҙәр төрлө конкурстарҙа сәмләнеп ҡатнашып, үҙҙәрен бына тигән буласаҡ ил һаҡсылары итеп тойҙо. Уҡыусыларҙың ошолай илһөйәр рухлы, тормошҡа әүҙем ҡарашлы булыуҙары маҡтауға лайыҡ.
Илгиз Рәхмәтуллин,
Зәйет мәктәбе уҡытыусыһы.
Автор фотоһы.