Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2022, 15:55

“Уңышлы ҡышлап киләбеҙ”

“Инйәр” һөтсөлөк фермаһында эштәр ырамлы бара.

“Уңышлы ҡышлап киләбеҙ”
“Уңышлы ҡышлап киләбеҙ”

Мал ҡышлатыу һәйбәт режимда, тотҡарлыҡһыҙ үтһен өсөн ауыл эшсәндәре уға алдан әҙерләнә. Ә иң мөһиме йәйҙән ҡара көҙгә тиклем сифатлы бесән, сенаж, силос, ҡатнаш аҙыҡтарҙы етерлек кимәлдә хәстәрләй, ҡураларҙы төҙөкләндерә, йылыта,  эш урындарын ипкә килтерә. Барлыҡ саралар ҙа малсыларҙың берҙәм тырышлығы менән атҡарыла.

Абҙан ауылында урынлашҡан “Инйәр” крәҫтиән-фермер хужалығында яуаплы осор һәүетемсә, ыңғай һөҙөмтәләр менән  дауам итә.

— Һауынсыларыбыҙ Зәлиә Абдрахманова, Айһылыу Фидасеева  һыйырҙарҙы һауыу аппараты ярҙамында һауһалар ҙа, ҡул хеҙмәте лә күп ҡулланыла. Егәрле ҡатындар һәр нимәгә лә өлгөрә. Малсылар Земфир Йосопов, Камил Кәримов аҙыҡ ташыу, уларҙы таратыу, тиреҫ таҙартыу, сығарыу, йүнәтеү-төҙөтеү кеүек мәшәҡәттәрҙе башҡара. Тракторисыбыҙ  Рәфис Хәсәнов һәм уның ярҙамсыһы Айнур Фәйзуллинға ла эш етәрлек. Ҡарауылсыбыҙ  Ғәндәлиф Ильясов ферманы һаҡлауҙан тыш, төнгөлөктә быҙаулаған һыйырҙарҙы ла ҡарай.  Мин үҙем быҙауҙар өсөн яуаплы.  Коллективта кеше аҙ булыуға ҡарамаҫтан, бар нимәгә етешәбеҙ.  Һәр кем үҙ эшен намыҫлы, еренә еткереп үтәй.

Бөгөн артым  буйынса ыңғай һөҙөмтәләргә ирештек. Был бик ҡыуандыра. Бөйрәкәйҙәргә көн дә етәрлек кимәлдә йәшел бесән, сенаж, ҡатнаш аҙыҡ, тоҙ бирәбеҙ. Йәш үрсемдәргә һөттө йәлләмәйбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә — уңышлы ҡышлап киләбеҙ.

Йәйләүгә сыҡҡансы апаруҡ ваҡыт бар. Шуға тиклем малдарҙы матур итеп тәрбиәләргә, сыныҡтырырға  кәрәк, — тип ҡыҫҡаса көндәлек хеҙмәттәре тураһында һөйләп ишеттерҙе ферма мөдире Шәүрә Абдрахманова.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: