Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2022, 15:17

Нәфис һүҙ оҫталарын беләйек

Муллаҡай ауылы клубында йәнле сара үтте. 

Нәфис һүҙ оҫталарын беләйек
Нәфис һүҙ оҫталарын беләйек

Муллаҡай ауылы клубында йәш быуынды нәфис һүҙ оҫталарының ижады менән таныштырыу, балалар әҙәбиәтенә, ғаилә менән бергә китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, яҙыусылар тураһында мәғлүмәттәр биреү, яңы китаптарға байҡау яһау, әҙәби әҫәрҙәргә хөрмәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатынан  Бөтә донъя яҙыусылар көнө билдәләнде. Ул балалар һәм үҫмерҙәр араһында  әңгәмә рәүешендә ойошторолдо.

Китапханала билдәле яҙыусыларҙың китаптарынан, кескәйҙәр өсөн гәзит-журналдарҙан күргәҙмә ҡоролдо. Кисә башында йәш тамашасылар байрам тарихы менән танышты. Артабан яратҡан яҙыусыларҙың әҫәрҙәре буйынса викторина уҙғарылды. Өйҙә нисек ата-әсәләре, олатай-ѳләсәйҙәре менән китап уҡыуҙары, таныш хикәйәләргә, китаптарға, оҡшаған персонаждарға арналған   әңгәмә үтте. Малайҙар һәм ҡыҙҙар әүҙем ҡатнашты.

Балаларға әҙәби сәғәт бик оҡшаны. Улар файҙалы мәғлүмәттәр, йылы тәьҫораттар алып таралышты.

Роза Ғәлиәхмәтова,

ауыл клубының художество етәксеһе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: