Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2022, 15:13

Күңел тыныслығы, дәрт алып

Убалар ауылы клубында 8 март байрамына арналған бик матур сара үтте.

Күңел тыныслығы, дәрт алып
Күңел тыныслығы, дәрт алып

Убалар ауылы клубында 8 март байрамына арналған бик матур сара үтте. Уға ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары ентекле әҙерләнде.  Сәхнә  байрамса биҙәлде, концерт номерҙары хәстәрләнде.  Тамашаға халык  күп йыйылды.

Бәйгелә  “Мираҫ” һәм “Гөлнәзирә” фольклор ансамблдәре ағзалары үҙ-ара көс һынашты. Конкурс үҙ эсенә төрлө эш төрҙәрен индерҙе, ул музыкаль сәләмдәр менән үрелеп барҙы. Тамаша дауамында гүзәл заттарыбыҙҙың етеҙлеге, тапҡырлығы, әүҙемлеге, саялығы күҙгә салынды. Ханымдарҙың сығыштарын абруйлы жюри ағзалары ғәҙел һәм етди баһаланы. Һөҙөмтәлә, 69-ға 69 иҫәбе менән дуҫлыҡ еңде.

Кисә барышында баянда уйналған “Күңелле көй”ҙәр ҡатнашыусыларҙың да, тамашасыларҙың да күңелдәренә хуш килде. Һәр бер йыр-бейеү көслө алҡыштар менән оҙатылды. Бәйгеселәргә иҫтәлекле бүләктәр, шулай уҡ йомарт ир-азаматтарыбыҙҙан матур гөлләмәләр тапшырылды.

Артабан түңәрәк өҫтәл артында, сәй табынында күңелле әңгәмә ҡоролдо. Ауыл халҡы һуңғы ваҡиғаларҙан аҙға ғына булһа ла арынып, күңел тыныслығы, дәрт алып, йылы тәьҫораттар менән таралышты.

— Ошондай байрамдар йышыраҡ  ойошторолоп торһон, —  тигән теләктәр еткерелде. Берҙәм булғанда ғына бөтә ауырлыҡтарҙы еңә аласаҡбыҙ, тормошобоҙ ҙа йәмле буласаҡ!

Зөбәйҙә Йәнешева,

ауыл клубының художество етәксеһе. 

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: