Убаларҙа Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата “Мираҫ” төркөмө сағыу сара ойошторҙо. Билдәләнгән ваҡытҡа ауыл клубына әүҙем ауылдаштарыбыҙ йыйылды. Байрам хөрмәтенән ир-егеттәребеҙ сәхнә түренән урын алды.
Алдан килешеү буйынса улар ике командаға бүленеп конкурста ҡатнашты. Ярыш сәмле һәм мауыҡтырғыс дауам итте. Ҡапма-ҡаршы командалар бер-береһенән ҡалышманы. Жюри ағзалары итеп һайланған Сәриә Мөхәмәтйәрова һәм Әлмирә Идрисова ғәҙел баһа бирҙе. Һөҙөмтәлә, мәрәйҙәр һаны тигеҙләнеп, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек еңде.
Сара “Мираҫ” төркөмө башҡарған концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Уларҙың музыкаль бүләге һәр кемдең күңеленә хуш килде. Байрам һуңында ир-егеттәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ауылдаштар йылы тәьҫораттар алып таралышты.
Зөбәйҙә Йәнешева,
Ауыл клубының художество етәксеһе.
Автор фотоһы.