Инйәр
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2022, 13:12

“Урал батыр” эпосы — кешелек байлығы»

“Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр көс һанашты.

“Урал батыр” эпосы — кешелек байлығы»
“Урал батыр” эпосы — кешелек байлығы»

“Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр көс һанашты

 Февраль башында районда йәш сәсәндәр араһында ситтән тороп, 12-се тапҡыр “Башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосы — кешелек байлығы” халыҡ-ара конкурсының муниципаль этабы  үтте.

Ауыҙ-тел ижадының боронғо уникаль ҡомартҡыһы башҡорт халҡының тарихында, мәҙәниәтендә һәм күп быуатлыҡ рухи тормошонда айырым урын биләй. Бәйге йәш быуынды халыҡ ижадына ылыҡтырыу, сәсәнлек йолаларын дауам итеү, балаларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатынан уҙғарыла.  Әйтергә кәрәк, эпостың йәш быуынды тәрбиәләүҙә лә әһәмиәте ҙур — яҡшыны ямандан айырырға, ололарҙы хөрмәт итергә, тыуған ереңде һаҡларға һәм ҡәҙерен белергә өйрәтә.

Конкурс  еңеүселәре бер нисә номинация буйынса билдәләнде. “Башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосын иң яҡшы башҡарыусыһы” номинацияһында, инглиз телендә ятлаусылар араһында 1-се урынды Хәлилова Лиана (6-сы класс, 2-се Архангел мәктәбе), 2-сене Сәлихова Алина (7-се класс, Благовещенка), 3-сөнө  Фәхретдинов Илназ (7-се класс, Благовещенка) яуланы. Рус телендә: 1-се урынға Фәйзуллина Айгүзәл (8-се класс, 1-се Архангел), 2-се — Шаһиморатова Алина һәм Клоков Арсений (Баҡалды мәктәбенең 2-се , 3-сө класс уҡыусылары), 3-сө урынға Әхмәрова Ирина менән Әхмәрова Регина (5-се класс, Зәйет) сыҡты.

“Иң яҡшы видеоролик” номинацияһында Сәғитдинова Нәргизәнең (5-се класс, Баҡады) сығышы айырылып торҙо.

“Илдең киләсәге — уҡытыусы ҡулында” номинацияһында 1-се Архангел мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Зариф ҡыҙы Яппарованың эссеһы еңде.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: