Инйәр
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2022, 13:46

Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...

Шакир ауылында йәшәүсе Ринат Ниғәмәтйәнов районда  тырыш, булдыҡлы эшҡыуар булараҡ билдәле.

Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...
Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...

Шакир ауылында йәшәүсе Ринат Ниғәмәтйәнов районда  тырыш, булдыҡлы эшҡыуар булараҡ билдәле. Ул төрлө йүнәлеш  буйынса эшмәкәрлек итә: малсылыҡ, игенселек, һөт йыйыу, урман ҡырҡыу, юлдарҙы таҙартыу.

Йәш ир-уҙаман крәҫтиән-фермер хужалығын асҡаны бирле, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, бөгөн аяғында ныҡлы баҫып тоған хужалыҡ етәксеһе. Быйыл ҡышлау миҙгеленең нисек үтеүе хаҡында һорашҡас, ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:

— Аҙыҡ етәрлек һәм сифатлы, ҡуралар төҙөк, йылы булһа, бер нимәнән ҡурҡмай ҡыш сығырға мөмкин. Бесәнде үҙ ваҡытында сабып, йыйып алабыҙ, шуға күрә йәшел запасты бөйрәкәйҙәр тәмләп-тәмләп ашай. Малдар сенаж һәм  башҡа ҡатнаш аҙыҡтарҙан да бер ҙә өҙөлмәй. Бөтә санитар нормалар  тейешле үтәлә. Быларҙың барыһы ла   сифатлы продукция һәм яҡшы үрсем алыуҙың нигеҙе.

Быйыл фермала 80-гә яҡын эре мөгөҙлө мал тәрбиәләнә. Ике тиҫтә ярым һауын һыйыры, йәш малдар ҙа шул уҡ күләмдә шутлана.

Һигеҙ хеҙмәткәр: малсылар, һауынсы, быҙау ҡараусы эшкә рәсми рәүештә урынлашҡан. Әле һыйырҙар быҙаулай башланы. Оҙаҡламай һөт тапшыра башлаясаҡбыҙ. Ә йәйгеһен Шакир, Туҡмаҡлы, Сәғит, Троицк һәм Успенка ауылы халҡынан үҙем һөт йыясаҡмын, — тип эш барышы менән таныштырҙы Р.Ниғәмәтйәнов.

Мал ҡарауҙан тыш, хужалыҡ етәксеһе йыл һайын баҫыу эштәре тамамланыу менән утын әҙерләргә тотона. Быйыл ул Оҙондар, Аҙау белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларын 700 һәм 200 куб яғыулыҡ материалдары менән тәьмин иткән.

 Ауыл эшсәндәренең ҡыш көнө лә мәшәҡәттәре етәрлек. Бөгөн яҙғы сәсеүгә тиклем  техникаларҙы төҙөкләндереү саралары дәррәү бара. Сөнки баҫыу эштәрен уңышлы башҡарып сығыу техника торошона туранан-тура бәйле. Фермер 100 гектарҙан артыҡ майҙанда һоло, арпа, бойҙай сәсергә ниәтләй.

Дилара Бадретдинова.

Эльвира Абдуллова фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: