Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2022, 13:16

Атайҙар байрамы — тыныслыҡ байрамы

Беҙҙең Абҙан мәктәбенә ҡараған “Ләйсән” балалар баҡсаһында 23 февраль — Совет Армияһы көнөнә арналған иртәлек үтте.

Атайҙар байрамы — тыныслыҡ байрамы
Атайҙар байрамы — тыныслыҡ байрамы

Беҙҙең Абҙан мәктәбенә ҡараған “Ләйсән” балалар баҡсаһында 23 февраль — Совет Армияһы көнөнә арналған иртәлек үтте. Ул кескәйҙәргә ир-егеттәр — тыуған илде һаҡлаусылар тигән төшөнсәне аңлатыу,  атайҙар, олатайҙар, ағайҙар менән ғорурланыу тойғоһо,  Ватанға һөйөү тәрбиәләү, тыныс, имен тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәнеү маҡсатынан ойошторолдо.

Сараға өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәрен Әлиә Кинйәғолова, ә бәләкәстәрҙе Флорида Вәхитова әҙерләне. Улар бергәләп шиғыр, йыр-бейеүҙәр өйрәнде.

Билдәләнгән көн балалар байрамса кейенеп, тулҡынланып ололарҙы көттө. Улар яҡын кешеләренең ҡунаҡҡа килеүҙәренә бик шатланды.  Атайҙарға арнап шиғырҙар һөйләнде,  йырҙар башҡарылды,  бейеүҙәр күрһәтелде, бүләктәр ҙә тапшырылды.

Көн һайын уҙғарылған репетициялар һәм өйҙә ата-әсәләр менән ҡабатлауҙар һөҙөмтәһендә, малай һәм ҡыҙҙарҙың сығыштары уңышлы булды. Кисә барыһына ла оҡшаны.

Эльвира  Ҡужәхмәтова,

 “Ләйсән” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының  музыка етәксеһе.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: