Инйәр
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2022, 14:01

“Ғашиҡ пар”ҙа кем еңде?

“Инйәр” редакцияһы ойошторған  сираттағы “Ғашиҡ пар” тип аталған фотоконкурстың еңеүселәре — Абҙандан Рәүфилә Рәхмәтулла ҡыҙы һәм Хәмзә Мөхәмәт улы Әлимғоловтар.

“Ғашиҡ пар”ҙа кем еңде?
“Ғашиҡ пар”ҙа кем еңде?

“Инйәр” редакцияһы ойошторған  сираттағы “Ғашиҡ пар” тип аталған фотоконкурстың еңеүселәре — Абҙандан Рәүфилә Рәхмәтулла ҡыҙы һәм Хәмзә Мөхәмәт улы Әлимғоловтар. Улар икеһе лә Абҙан ауылының “Өмөт” халыҡ театры артистары. Бөгөн Рәүфилә Рәхмәтулла ҡыҙы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, “Өмөт”тә эшләүен дауам итә, Хәмзә Мөхәмәт улы өйҙә донъя көтә, сәхнәгә сығырға ла ваҡыт таба.

— Беҙ Хәмзә менән бер ауылдан. Бала саҡтан уҡ бер-беребеҙҙе белеп үҫтек. Мәктәптә лә сараларҙа йыш бергә ҡатнаша торғайныҡ. Үҫеп буй еткергәс,  уның миңә нығыраҡ иғтибар итеүен тоя башланым. Уйындарҙа, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә бейегән саҡта ла һәр саҡ пар тура килдек. Халыҡ театрында ла йәштән ҡайнаныҡ. Унда ла төп ролдәрҙе (күберәк һөйгән йәрҙәрҙең ролдәрен) беҙгә бирәләр ине.  “Еҙем уттары” тигән спектаклде ҡуйған саҡта мин Фатиманы, ул Камилды уйнаны. Геройҙарыбыҙҙың хис-тойғолары үҙебеҙҙекенә ныҡ оҡшаш булды. Ошо  спектаклдән һуң беҙ ғашиҡ утында яныуыбыҙҙы белдек.

1989 йылдың 4 июлендә өйләнештек, шунан бирле Хоҙайға шөкөр, 33 йыл дауамында иңгә-иң терәшеп киләбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Флорида, улдарыбыҙ Флорис һәм Айбулат хәҙер үҙҙәре ғаиләле. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең шатлыҡтарына ҡыуанып, сабыйҙарыбыҙҙы ял, байрам көндәрендә ҡунаҡҡа көтөп, тыуған һәр таң өсөн рәхмәттәр  әйтеп, тормоштоң ҡәҙерен белеп  йәшәп ятабыҙ.

Конкурс тураһында гәзиттең сайтынан уҡып белдек тә “Йәштәрҙән ҡалышмайыҡ әле, әйҙә, үҙебеҙҙе һынап ҡарайыҡ”, — тип фоторәсемебеҙҙе ебәрҙек. Таныштар, туғандар, хеҙмәттәштәр беҙҙе дәррәү күтәреп алды. Һөҙөмтәлә, еңеүсе исеменә лайыҡ булдыҡ. Бик ҡәнәғәтбеҙ, — тип шатлығы менән уртаҡлашты Р. Әлимғолова.

Дилара Янбаева.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: