Инйәр
+20 °С
Облачно
Новости
17 Февраля 2022, 04:33

Йәшнәп үткән йәшлек

Игеҙәк ханымдар ғүмер байрамдарын билдәләй

Йәшнәп үткән йәшлекЙәшнәп үткән йәшлек
Йәшнәп үткән йәшлек

Ҙур сәхнәне бер итеп күбәләктәй ике ҡыҙ бейей. Ике тамсы һыу кеүек оҡшаш был игеҙәк ҡыҙҙарҙы мин беренсе тапҡыр Башҡорт дәүләт педагогия институты сәхнәһендә күрҙем.

1993 йылдың сентябрендә беҙҙе студентлыҡҡа  ҡабул иттеләр. Сараның рәсми өлөшөнән һуң, институттың иң әүҙем ағзалары беренселәргә концерт күрһәтте. Улар араһында Тәүәкәс ауылы һылыуҙары Әлфирә һәм Әлмирә Аҫылбаевалар ҙа бар ине. Һылыу апайҙарҙың институттың бөтә сараларында ла әүҙем ҡатнашыуҙарын ситтән күҙәтеп йөрөнөм...                                                                                          

Бөгөнгө мәҡәләмде бына инде 23 йыл миңә ҡәйенбикә булған игеҙәк апайҙарыма бағышлайым. Әлфирә һәм Әлмирә Аҫылбаевалар 1994 йылда БДПИ-ның филология факультетын уңышлы тамамлап тыуған райондарына эшкә ҡайта. Йүнәлтмә буйынса Әлмирәне Тәүәкәс, ә Әлфирәне 1-се Архангел мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Тик Тәүәкәс мәктәбе директоры Зөфәир Ихсан улы Баһауетдинов, игеҙәктәрҙе айырмайыҡ, тип ҡыҙҙарҙың икеһен дә тыуған ауылдарына алып ҡайтып китә. Йәш белгестәр ең һыҙғанып эшкә тотона. Башҡорт, рус, инглиз телдәрен генә уҡытып ҡалмай, бейеү түңәрәктәрен дә алып баралар. 

    Яҙмыш ҡушыуы буйынса Әлфирә Ҡыҫынды ауылы егете Рөстәм Абдуллин менән сәстәрен сәскә бәйләй. Бөгөн улар 26 йыл бергә татыу ғүмер итеп ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Абдуллиндар Ҡыҫындыла ихтирамлы, тәртипле, уңған ғаилә һанала.   Әлфирә Рафаил ҡыҙы 27 йыл педагогик стажы булған тәжрибәле уҡытыусы. Тәүҙә урындағы белем усағында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Артабан директор вазифаһын үтәргә лә тура килә. Ошо ваҡыт эсендә уның уҡыусылары район, республика кимәлендәге конкурстарҙа юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Апайыбыҙҙың намыҫлы эшмәкәрлеге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары  менән билдәләнде. Ул 2009 йылда Рәсәй Федерацияһының фән һәм мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған “Рәсәй Федерацияһының  иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында еңеп сыҡты һәм грантҡа лайыҡ булды. Бөгөнгө көндә  Әлфирә Рафаил ҡыҙы Ҡыҫынды төп дөйөм белем биреү мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара, бейеү түңәрәген дә етәкләй. Йыл һайын уның уҡыусылары рус теленән имтихандарын яҡшы тапшырып, юғары һөҙөмтә күрһәтә. Был – уҡытыусының эшенә яуаплы ҡарауы, маҡсатлы эш алып барыуы һөҙөмтәһе. Әлфирә апайҙың төп таянысы – ғаиләһе. Рөстәм еҙнәбеҙ егәрле ғаилә башлығы булһа, улдары Айтуған һәм ҡыҙҙары Сулпан ата-әсәһенең оло ярҙамсылары.

    Игеҙәктәрҙең икенсе һыңары Әлмирә апайыбыҙҙың яҙмышы Тирәкле ауылы менән бәйле. Тирәкле егете Камил Баһауетдинов менән бына 20 йылдан артыҡ ҡулға-ҡул тотоношоп, матур ғаилә булып йәшәйҙәр. Ихата тулы мал-тыуар аҫрайҙар. Еҙнәбеҙ күпләп умарта тота, бал ҡорттары үрсетә. Әлмирә Рафаил ҡыҙы Тирәкле урта мәктәбендә ихтирамлы уҡытыусы. Ул туған мәктәбендә генә түгел, ә районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ҙур тәжрибә туплаған алдынғы ҡарашлы коллега булып тора. Беренселәрҙән булып юғары талаптарға яуап биргән башҡорт телендә сайт эшләү, төрлө видеоконкурстарҙа ҡатнашыу, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү – былар барыһы ла телһөйәр, рухлы уҡытыусы хеҙмәте. Талапсан мәғәллимә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһен дә етәкләне,  күптәргә өлгө булырлыҡ дәрестәр ҙә күрһәтте.

Юғары категориялы белгес район, республика кимәлендәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ ул етәкләгән бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусылар районыбыҙҙа үткән бик күп байрамдарыбыҙҙың биҙәге лә. Әлмирә апайыбыҙ 2012 йылда  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ойошторған  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында  ҡатнашты һәм “Һөнәргә тоғролоҡ” номинацияһында еңде. Ә иң юғары наградаһы — 2019 йылда Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре  күкрәк билдәһе (“Почетный работник воспитания и просвещения Российской Федерации”).

    Бөгөнгө көндә беҙҙең мөләйем  игеҙәк апайҙарыбыҙҙы районда белмәгән кеше юҡ. Тыуған районыбыҙ, Тәүәкәс, Тирәкле, Ҡыҫынды ауылдары  тарихына уларҙың индергән өлөшө әйтеп бөтөргөһөҙ.  Халыҡта шундай матур мәҡәл бар: ”Кешене урын матурламай, ә кеше урынды матурлай”.  Яҡты күңелле, изгелекле ханымдар ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, үҙ эштәрен намыҫ менән башҡаралар. Киләсәк быуынға төплө белем биреп кенә ҡалмай, күңелдәренә рухи тәрбиә орлоҡтары ла һала алған оло йөрәкле апайҙарым менән сикһеҙ ғорурланам. Уларға дөрөҫ тәрбиә биргән  ҡәйнәм  һәм ҡайным оло ихтирамға лайыҡ.

Уҡытыусы — үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм әле уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Шәм һәр саҡ яҡтылыҡ биреп торһон өсөн, мотлаҡ талаптарҙың бер нисәһе — үҙ өҫтөңдә эшләү, тормоштан бер аҙымға алда атлау, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу. Әлфирә һәм Әлмирә Рафаил ҡыҙҙарына һис шикһеҙ ошо сифаттар хас.

   Ярты быуат ғүмер... Әҙме ул, күпме? Нимә генә тиһәләр ҙә, лайыҡлы үтелгән ғүмер. Сөнки һөҙөмтәләр яҡшы яҡтан баһаланған.

Гөлфиә Аҫылбаева.

Тәүәкәс ауылы.

Фото — ғаилә архивынан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас