

Был донъла барыһы ла Аллаһы Тәғәләнеке. Әгәр ҙә Раббыбыҙ бәндәһенә мөлкәт биргән икән, был уны һынау өсөн генә, тиелә дини китаптарҙа. Әҙәм балаһы байлыҡтың ҡәҙерен белерме, юҡҡа-бушҡа сарыф итмәҫме, мохтаждарға өлөш сығарырмы, йәмғиәткә файҙа килтерерме, тәкәбберләнеп, бөтә ниғмәттең Аллаһы Тәғәләнеке икәнен, уның ҡушыуы буйынса йәшәргә кәрәклеген онотмаҫмы? Ҡомһоҙланып, кеше хаҡына кереүен дә абайламай ҡалмаҫмы? Хәләл менән хәрәмде айырмаҫлыҡ хәлгә төшмәҫме? Ошоға бәйле бер хикәйәтте иҫкә төшөрмәксемен.
Муса ғәләйһиссәләм заманында Ҡарун исемле бик белемле, хәлле кеше йәшәгән. Уның мөлкәте йоҙаҡҡа бикләнгән булған. Шуға ҡарамаҫтан, зәҡәт хаҡында аят төшкәс, Ҡарун мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршы төшкән. “Барыһын да үҙ көсөм менән таптым”, — тигән. Иртәнсәк уянып китһә, Аллаһы Тәғәләнең хикмәте менән уның бар байлығын ер йотҡан, ти.
Һис шикһеҙ, әҙәм балаһы мул тормошҡа ынтылырға тейеш. “Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм. Шул уҡ ваҡытта ул үҙеңдән алда башҡаларҙы уйлап йәшәргә саҡырған. “Тәкәбберлеккә бирелмәгеҙ. Был һыҙат — шайтан фиғеле”, — тип өйрәткән.
Мөлкәте менән генә түгел, холҡоноң яҡшылығы, күңеленең таҙалығы, киңлеге, ҡулының йомартлығы аша йәмғиәттә абруй ҡаҙанған кеше генә “бай” исеменә лайыҡ. Ундай кеше “Бүлешкәндән бәрәкәт арта”, тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн белә, кеше хаҡына (кеше малына) хужа булмай, Аллаһы Тәғәлә күрһәткән хаҡ юлдан тайпылмай, һөҙөмтәлә, Раббыбыҙ рәхмәтендә тормошонан ырыҫ китмәй. Ә инде мөлкәтеңде ҡапҡа ҡапҡа артына йәшереп, ҡасып, туғандарың, яҡын кешеләрең, күршеләреңә лә бик ҡуйып, кеше малын бикләп аҫрап көн итһәң, йәшәүеңдән ни файҙа?
Әҙәм балаһы бит ергә донъяны матурлау, изгелек эшләү өсөн ебәрелгән. Көнөм өсөн түгел, динем өсөн, тип йәшәгәнеңде аҙым һайын ҡабатлап, ә үҙең ғәмәлдә бөтөнләй икенсе кеше булыуыңды аңламай йәшәгәнең кемгә хәжәт. Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡмаһаң, халыҡтан оялырға кәрәк. Алла ҡоло түгел, аҡса ҡоло булыу — иң тәрән гөнаһ.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.