

Үҙебеҙҙең район гәзитебеҙ “Инйәр”ебеҙҙә илһөйәрлек, туған телебеҙ, динебеҙ мәсьәләләрен күтәреүселәрҙең күплеге һөйөндөрә. Яҡташтарыбыҙ, ватансыл рухлы замандаштарыбыҙ тураһында тәрән йөкмәткеле мәҡәләләре менән ҡыуандырған арҙаҡлы шәхес Нәсиә Хәмитулла ҡыҙы Йосопова — шуларҙың иң билдәлеһе. Оҙаҡ йылдар дауамында Абҙан урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төплө белем биргән, директор вазифаһын да яуаплы башҡарған, һуңынан районыбыҙ баҫмаһы “Инйәр” редакцияһы менән етәкселек иткән, элекке мөхәрриребеҙҙе үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, әммә ярҙамсыл педагог, һутлы ҡәләм оҫтаһы тип беләбеҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һәр һүҙе уйланылған, һандар һәм дәлилдәр менән раҫланған яҙмалары, һөнәри эштәре ҡалын бер матур китап булып тупланды.
Милләттәштәребеҙҙең яҙмышы өсөн бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары яуаплы, тип иҫәпләйем. Халҡыбыҙҙың киләсәге, йәшәүе, үҫеүе ниндәйҙер кимәлдә улар ҡулында. Башҡорт кешеһе туған телен онотмаҫҡа, уны ҡәҙерләп ғорурланырға, һаҡларға, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре быуынына ла еткерергә бурыслы, тип балаларҙың ҡандарына һеңдерә, ата-әсәләргә лә шулай өйрәтә бит улар.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен ихлас яратып, шағирҙарыбыҙ һәм яҙыусыларыбыҙ ижадына һөйөү уятып, иҫ китмәле бай йөкмәткеле асыҡ дәрестәр күрһәткән, үҙҙәренең һөнәри тәжрибәләре менән эскерһеҙ уртаҡлашҡан уҡытыусылар хаҡында яҙмай мөмкин түгел. Оҙондарҙан Венера Сабит ҡыҙы Шаһиева, Абҙан мәктәбенән Хәлиҙә Нурғәли ҡыҙы Сәфәрғәлина, Максим Горькийҙан Фәүриә Морат ҡыҙы Басырова ижади ҡарашлы, көслө, ихтирмлы ысын һүҙ оҫталары ине. Концерттарҙа, төрлө мәҙәни сараларҙа рухланып шиғыр һөйләүҙәре оноторлоҡ түгел. Әсә телен уҡытҡан кешеләр шулай булырға тейеш тә.
Убалар урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләп, әле хаҡлы ялдағы тәжрибәле уҡытыусы Раҡия Фазлиәхмәт ҡыҙы Заһиҙуллина ла ижади рухлы шәхес. Һәр саҡ алсаҡ, ихлас, бар булмышынан дәрт-дарман бөркөлөп торған педагог ул. Теленән дә, ҡулынан да килә, тиҙәр ундайҙар тураһында.
Аҙау мәктәбендә тырышып эшләп, матур-матур дәрестәрен күрергә килгән хеҙмәттәштәрен һоҡландырған, мәктәп башланғыс мәғариф учреждениеһына әйләндерелгәс, әлеге көндә Өфө ҡалаһында белем биреүсе Раушания Әҡсән ҡыҙы Ғәйнуллина ла шундай мөғәллимә. Ул да үҙен Раҡия Фазлиәхмәт ҡыҙы кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы итеп танытты. Туған теле моңон тойған күңеленә һендергән кешеләр төрлө яҡтан талантлы була шул…
Бер кем дә шағир булып тыумай. Әммә башҡорт теленең бар матурлығын, һүҙҙәренең бай мәғәнәлеген, нескәлеген үҙ йөрәге аша үткәргән уҡытыусылар ысын мәғәнәһендә шиғри күңеллеләр. Ошо күркәм сифаттары, өҫтөнлөктәре менән улар үҙ дәрестәрендә уҡыусыларын рухландыра, хаҡлы ялға сыҡҡас та поэтик булмыштарына тоғро ҡалалар: эскерһеҙ шиғырҙары, халыҡсан йөкмәткеле ҡобайырҙары менән зиһенде байыта, уйландыра, хисләндерәләр. Тәүәкәстән Нәсимә Иҫәнбай ҡыҙы Юлмөхәмәтова, Благовещенканан Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы Баязитова, Убаларҙан Әлмирә Сәйетмырҙа ҡыҙы Юламанова (шул ауыл мәктәбенең директоры булды) — тынғыһыҙ рухлы талант эйәләре. “Телебеҙ — иманыбыҙ”, тип енкенләнеп эшләнеләр улар. Әлеге көндә лә әүҙем рухлы ағинәйҙәр булып, ауылдаштарының тормошон йәнләндереп, йәмәғәтселек эштәре менән ҡайнап йәшәйҙәр. Шиғриәттән айырылмайҙар, афариндар! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының күбеһе белем биреүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, республика кимәлендәге һөнәри бәйгеләрҙә үҙҙәре лә, уҡыусылары ла уңышшы һынау тотоп, билдәле урындар яулауы ғәҙәти күренеш булды. Ошо педагогтар араһында мәктәп директорҙары, урынбаҫарҙары ла бар. Улар хеҙмәттәштәренең дәрестәренә, тәрбиәүи сараларына дөрөҫ методик йүнәлеш бирҙе, район мәғариф системаһы үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерҙе. Тирәкле мәктәбе директоры вазифаһын оҙаҡ йылдар өлгөлө башҡарған Әлфирә Вәкил ҡыҙы Баһауетдинова, районыбыҙҙың иң ҙур мәғариф учреждениеһы иҫәпләнгән 1-се Архангел мәктәбенең директор урынбаҫары Зилә Шәмсетдин ҡыҙы Фәйзуллина балалар күңелендә туған телебеҙгә оло һөйөү тәрбиәләне. Ныҡлы уйланып төҙөлгән дәрестәре менән барса мәктәп уҡытыусыларын таң ҡалдырҙы, үрнәк күрһәтте, үҙҙәре артынан әйҙәне.
Халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре күренекле әҙиптәре, төрлө йолалары, йыр-моңдары тураһында иҫ киткес йөкмәткеле, методик яҡтан камил төҙөлөшлө дәрестәре менән район кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәшкән Наза Мәҡсүт ҡыҙы Йосопова һуңынан район мәғариф бүлеге начальнигы булып тәғәйенләнде. Ошо вазифала ең һыҙғанып эшләне ул. Әлеге көндә тыуған ауылы мәктәбендә директор, коллективта өлгөлө етәксе.
Башҡорт мәктәптәре уҡытыусыларын бәхетле кешеләр, тип уйлайым. Халҡыбыҙ рухын, әсә телен һәм моңон тойған балалар менән эшләй улар. Ә рус мөхитендә үҫкән малай-ҡыҙҙарға ошо сифаттар етмәгән кеүек. Шуға ла рус мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәтеүселәргә көсөргәнешле, ныҡышмалы, сабыр хеҙмәт итергә тура килә. Етмәһә, һуңғы йылдарҙа ниңәлер туған телде ғаризалар яҙып өйрәтәләр. Был аяныслы хәл туған телде генә түгел, милләтте лә юғалтыуға алып бармаҫ микән? Телебеҙҙең ғүмере ата-әсәләр ҡулында ла, тимәксемен...
Тыуған яғыбыҙ иҫ киткес гүзәл! Ошо хозур тәбиғәт ҡосағында, йәм-йәшел болондарҙа ялан сәскәләре күпереп үҫә. Ниндәйҙәре генә юҡ! Үҙҙәре ябай ғына, әммә ошо ябайлыҡҡа бөйөклөк хас. Үҙебеҙҙең рус районында эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла шулай аҫыл бөйөклөктәр яулай. Ҡайҙандыр ҡыҫым булғанлығын да тоя улар, баҫалҡылар, ҡупыраймайҙар. Әммә улар бөйөк: республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән, төрлө предприятие-ойошмаларҙа ҙур урындар биләгән, районыбыҙ тарихында күренекле шәхестәр булып киткән, тәртипле донъя көткән уҡыусылар тәрбиәләнеләр.
Әле хаҡлы ялда булһалар ҙа, улар район тормошо менән ҡыҙыҡһынып, тәрбиәле йәш быуын иғтибарын тойоп йәшәйҙәр. Шундай хөрмәтле, ихтирамлы педагогтар исемлегендә түбәндәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары лайыҡлы урын биләй: 1-се Архангел мәктәбенән Фәйрүзә Рәхимйән ҡыҙы Сәләхетдинова, Рәйхана Сулпан ҡыҙы Әхмәтйәнова, Благовещенканан Ғәлиә Илсур ҡыҙы Юлбарисова, Тәүәкәстән Ғәйшә Иҫәнбай ҡыҙы Муллағәлимова, Арх-Латыштан Зифа Әхмәт ҡыҙы Рәшитова, Муллаҡайҙан Миңнира Саҙретдин ҡыҙы Динисламова, Көмәрленән Зәйтүнә Вәли ҡыҙы Ямансарова, Убаларҙан Хәмдиә Риф ҡыҙы Юлъяҡшина һәм башҡалар.
Шуны ла билдәләмәү мөмкин түгел: туған тел уҡытыусылары — тәбиғәттәре менән яуаплы, ышаныслы белгестәр. Шуға ла улар мәктәп директорҙары, директор урынбаҫарҙары, ауыл хакимиәте башлыҡтары итеп тәғәйенләнә. Мәҫәлән, Зәйеттә Зәғәфүран Сәмиғулла улы Ғафаров (директор булды), Оҙондарҙан Әлфирә Бәхтиәр ҡыҙы Әйүпова, Ҡыҫындыла Әлфирә Рафаил ҡыҙы Абдуллина — директорҙар. Йортомбаева Әлфиә Йыһанур ҡыҙы Ҡыҙыл Еҙем мәктәбе етәксеһе булып эшләне. Шаһиев Урал Сәйфетдин улы — Баҡалды ауыл хакимиәте башлығы.
Урта һәм йәш быуын уҡытыусылары ла бөгөн гөрләтеп эшләй, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай, уҡыусылары район һәм республика олимпиадалары, конкурстарында еңеүселәр булып таныла. Бына улар: Тәүәкәстә — Гөлфиә Лоғаман ҡыҙы Аҫылбаева, Абҙанда — Фидәлиә Фәрит ҡыҙы Кинйәғолова һәм Филүзә Фәрит ҡыҙы Ғиззәтуллина, Оҙондарҙа — Әлфирә Бәхтиәр ҡыҙы Әйүпова, Тирәклелә — Әлмирә Рафаил ҡыҙы Баһауетдинова, Баҡалдыла — Гөлшат Миңлеғәли ҡыҙы Тулыбаева, Ырныҡшыла — Зөбәржәт Тәлғәт ҡыҙы Вашкевич, Ҡыҙыл Еҙемдә — Әлиә Әлфир ҡыҙы Медведева, Благовещенканан — Рәйфә Рамазан ҡыҙы Рамазанова, Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалынан — Зөлфиә Хәлит ҡыҙы Иҫәнбаева, Валентиновканан — Ләйсән Рәмил ҡыҙы Юламанова, Максим Горькийҙан — Гөлнур Рәмил ҡыҙы Латыпова, Тәнзилә Мансур ҡыҙы Ҡотлозаманова, Ҡыҫындыла — Рәшиҙә Факил ҡыҙы Ғайсарова, 1-се Архангел мәктәбендә — Айгөл Зариф ҡыҙы Яппарова, Миләүшә Зөлфәр ҡыҙы Хәсәнова, Айытмәмбәттә — Ләлә Лоғаман ҡыҙы Хөснөтдинова һәм башҡалар.
2-се Архангел мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Резеда Миңлеәхмәт ҡыҙы Маликова һәм Римма Әүхәҙи ҡыҙы Сәлихова айырым иғтибарға лайыҡ. Ғөмүмән, рус мәктәбендә башҡорт балаларын туған телдәренә өйрәтеү ҡатмарлы эш. Ҡайһы бер ата-әсәләр, хатта башҡа фәндәр буйынса белем биреүселәр ҙә уны өҫтәлмә йөк кеүек ҡабул итә. Шуға күрә әсә теле уҡытыусыларынан айырыусы ҙур тырышлыҡ, уҡыусыны мауыҡтырыу оҫталығы һәм хатта үҙенсәлекле һығылмалыҡ, рухи ныҡлыҡ талап ителә. Р.М.Маликова һәр саҡ ҡыҙыҡлы уйын алымдары ҡулланып, шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү, әкиәттәрҙе сәхнәләштереү, диалогтар төҙөү, күргәҙмә әсбаптар аша ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп булыуын аңлап эш итә. Р.Ә.Сәлихова рус балаларына башҡорт телен предмет булараҡ өйрәтеү буйынса ҙур тәжрибә туплаған уҡытыусы. Дәрестәренең һәр этабы ныҡлы уйланып, төрлөләндереп, заманса әүҙем ысулдар, ярыш-бәйге, экскурсия һәм башҡа үтемле юлдарҙы файҙаланып бик ҡыҙыҡлы йәнле уҙа. Ике уҡытыусы ла балаларҙы халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, йолалары менән таныштырып, ата-әсәләр араһында милли рух тәрбиәләүҙе лә кәрәкле тип һанай.
Районыбыҙ мәктәптәрен тамамлаған бихисап йәштәр үҙҙәренең туған тел уҡытыусыларының һөнәрен һайлап, ошо йүнәлештә юғары белем алды. Әлеге көндә төрлө ҡала-райондарҙа Башҡортостаныбыҙға һәм башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләйҙәр.
Минең дә туған телебеҙгә һөйөүем бик көслө. Ошо йәһәттән үҙемдең тыуған ауылым Аҙау урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тураһында ла ғорурланып яҙғым килә. Бибитаһира Ғарифулла ҡыҙы Хисамова (Аҙау ҡыҙы) һәм Вәғизә Фәрхетдин ҡыҙы Аккилдина (Күгәрсен районынан ине, мәктәп директоры булып та эшләп алды) бар көстәрен, күңелдәрен, йөрәк йылыларын биреп, тырышып уҡыттылар. Ауылдаштарыбыҙҙың оло ихтирамын тойоп йәшәнеләр. Күрһәткән изгелектәре өсөн йәндәре ожмахта, рухтары тыныс булһын мәрхүмәләрҙең. Мин үҙем Бибитаһира апайҙың уҡыусыһы. Аҙау ете йыллыҡ мәктәбенән һуң дурт ҡыҙ һәм бер егет Иглин районының Түбәнге Ләмәз ауылына йөрөп, фатирҙа ятып, һәр уҡыу йылы өсөн ата-әсәләре һыйыр һатып, аҡса түләп уҡығандар. Бына нисек ҡәҙерле, ҡиммәтле булған ул саҡта белем алыуы. Артабан икәүебеҙ Башҡорт дәүләт университетының көндөҙгө бүлегендә белем алды.
Ныҡлы тәртип яратҡан, бик талапсан уҡытыусы ине Бибитаһира апайыбыҙ. Шиғырҙы яттан һөйләгәндә һәр һүҙҙе асыҡ әйтеп, рухланып, үҙеңде ысын сәхнә кешеһе итеп тойорға тейешһең, тип өйрәтә торғайны. 8-се класта уҡыған сағымда уҡ: “Мин хәҙер башҡорт теленән уҡыта алырлыҡмын, һәр ҡағиҙәне беләм, һәр тыныш билдәһен дөрөҫ ҡуям бит”, — тип уйлай инем. Әммә хыялым театр артисткаһы булыу, сөнки уҡытыусыбыҙ театр эшенең мөһимлеге, төрлө спектаклдәр, уларҙағы декорациялар, геройҙарҙың оҫта уйнауы, ҡыланыштары тураһында ҡыҙыҡ итеп, әҫәрләнеп һөйләй. Мәктәптән һуң, шул йылда асылған сәнғәт институтына инергә ҡарар иттем. Әммә инәйем һәм уның һеңлеһе Нәҡиә апайым: “Беҙҙең бер туған Йәмниха ағайыбыҙ (Хөсәйен улы Минһажев) һуғышҡа тиклем үк Темәс педучилищеһында дүрт йыл уҡып мөғәллим булды, яуҙан ҡайта алманы, һин уның юлын дауам итергә тейешһең”, — тип теләгемә ҡаршы төштөләр. Атайым Өфөгә минең менән үҙе барып, документтарымды БДУ-ға тапшыртты. Дүрт имтиханды ла “биш”кә биреп, студент булып киттем. Уҡыу осоронда “Шоңҡар” әҙәби һәм сәнғәт институтынан килеп Фәрзәнә Сәғитова апай ойошторған театр түңәрәктәрендә шөғөлләндем.
Бибитаһира апай ысын коммунист, көслө рухлы партия ойошмаһы етәксеһе булды. Ыҫпай, ҡупшы кейенеүе менән дә һоҡландырҙы. Ике ҡыҙына ла матур белем, яҡшы тәрбиә бирҙе. Лира — медицина хеҙмәткәре, ире — Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров менән өс ул үҫтерҙеләр. Икенсе ҡыҙы Ғәзимә Сабирйән ҡыҙы Иштуғанова Өфө дәүләт сәнғәт институтының “Драма режиссеры” факультетын тамамлап, Башҡортостан дәүләт филармонияһында эшләне. Әлеге көндә ул “Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто” дәүләт учреждениеһында өлгөлә өлкән методист, “Архангел районы яҡташлығы” ойошмаһы ағзаһы.
Аҙау мәктәбенең барлыҡ уҡытыусыларына, оҙаҡ йылдар дауамында мәктәп директоры булып эшләгән Нуретдин Әхмәҙи улы Шәйбәков, Кәримә Әхмәт ҡыҙы Шаһиева, Фәнилә Мәнәжүр ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаның күрһәткән изгелектәре өсөн рәхмәтлемен.
Туған тел мәсьәләләре тураһында яҙғанда шуны ла билдәләргә кәрәк: район мәғариф бүлеге начальниктары А.С.Заинчуковский, М.Ә.Лоҡманова һәм уларҙан һуң эшләгән мәғариф бүлеге етәкселәре барыһы ла, элек тә, әле лә туған телдәрҙе уҡытыу, өйрәтеү өлкәһенә ныҡ иғтибар бүлде. Бөгөн дә район мәғариф бүлеге начальнигы Л.Т.Сәйғафарова һәм туған телдәр буйынса методист Л.ХСадыҡова маҡтауға лайыҡ. Лена Хайразый ҡыҙы ла Аҙауҙан. Минең тәүге уҡытыусым Нәзирә Әхмәҙулла ҡыҙы Ниғмәтуллина-Ғүмәрованың (мәрхүмә инде) кесе ҡыҙы. Бик тырыш хеҙмәткәр.
Туған тел һәр милләт өсөн ҡәҙерле. Мин район мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист булып эшләгән осорҙа (1988-2004 йылдар) татар мәктәптәре икәү ине. Зәйет мәктәбендә татар теленән һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Йәғәфәр Имаметдин улы Хәлиҡов — оло ғүмер юлы үткән, күбеһенсә ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәт иткән, әммә бөйөк татар әҙәбиәтенә мөкиббән ғашиҡ кеше булды. Бик рухланып белем бирҙе уҡытыусыларына. Әле бында татар теленән Гөлшат Мәғәфүр ҡыҙы Ғилманова һабаҡ бирә.
Сәғит мәктәбендә тәжрибәле педагог Зилә Мөхәмәт ҡыҙы Бәшәрова оҙаҡ йылдар директор вазифаһын үтәне. Уның эстәлекле дәрестәр биреүен һоҡланып иҫкә төшөрәм. Тәрбиәүи сараларға ауылдаштарын, хеҙмәт ветерандарын да йәлеп итеп, йыр-моң менән аралаш дәртле уйындарҙы, йолаларҙы үҙенсәлекле ойоштороп та хөрмәт ҡаҙанды сәғиттәр. Артабан мәктәп ябылғанға тиклем бында татар телен Фәриҙә Ғәйнетдин ҡыҙы Ниғмәтйәнова дәрестәр бирҙе.
Сыуаш телен Казанка уҡыусыларына ауылдың ихтирамлы уҡытыусыһы Людмила Алексеевна Кузнецова өйрәтте. Октябрь революцияһына тиклем районыбыҙҙы төйәк иткән сыуаштар тиҙ арала ҡунаҡсыл башҡорттар менән тығыҙ аралашыуҙы хуп күргән, телебеҙҙе лә тиҙ үҙләштергән. Әммә балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә уҡытыу-тәрбиә процесы рус телендә барғас, йәш быуын тарихи телдәрен онотҡан. Ата-әсәләр араһында беҙгә, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренә оҙайлы аңлатыу эштәре алып барырға тура килде. Л.А.Кузнейова дәрестәр биреүҙән тыш, тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге һәм йөкмәткеле генә музей ҙа ойошторҙо. Конкурстарҙағы сыуаш йыр-бейеүҙәренә ҡыуандыҡ, олимпиадаларҙа ҡатнаштылар, Өфөгә лә барҙылар.
Латыш телен Максим Горький һәм Баҡалды мәктәптәрендә өйрәнәләр. Әлбиттә, Латвиянан беҙҙең Рәсәй илселеге һорауы буйынса йыл һайын бер уҡытыусы ебәрелде. Күркәм дәрестәр, кластан тыш саралар, Лиго байрамы, дәртле бейеүҙәре, Анна Ивановна Гусарова ойошторған музей-кабинет — оҙайлы эш һөҙөмтәһе. Ғөмүмән, 1999 йылдан бирле ғәмәлгә ашырылған “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһынды”ғы закон районыбыҙҙа әһәмиәтле тормошҡа ашырыла.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны өҫтәйем: Архангел районының барлыҡ мәктәптәрендә башҡорт теле яңғырап торһон! Кемдеңдер исем-шәрифе телгә алынмаһа, дөрөҫ яҙылмаһа, ғәфү үтенәм.
Гөлирә Фәйрүзова.
Тәүәкәс ауылы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.