Инйәр
+20 °С
Облачно
Новости
17 Февраля 2022, 04:39

“Әрмегә үҙ теләгем менән киттем”

Фидан Зәмфир улы 1976 йылда Сәғит ауылында Гәүһәр Ғәймулла ҡыҙы һәм Зәмфир Ғимран улының ғаиләһендә донъяға килә.

“Әрмегә үҙ теләгем менән киттем”“Әрмегә үҙ теләгем менән киттем”
“Әрмегә үҙ теләгем менән киттем”

Фидан Зәмфир улы 1976 йылда Сәғит ауылында Гәүһәр Ғәймулла ҡыҙы һәм Зәмфир Ғимран улының ғаиләһендә донъяға килә. Унан башҡа тағы Ринат, Марат исемле туғандары ла була. Башланғыс кластарҙы Шакировка ауылының Казарменко мәктәбендә уҡый. 8-сене Сәғиттә, 10-сыны Валентиновкала тамамлай. Артабан район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһының водителдәр бүлеген бөтөрөп, Липовка совхозында эш башлай.

Мыҡты кәүҙәле, буйға еткән, киң яуырынлы егеткә 1994 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыу ҡағыҙы килә һәм ул 1996 йылға тиклем  Силәбе өлкәһенең 115-се ябыҡ ҡаласығында элемтәселәр часының янғын һүндереү бүлексәһендә һалдат бурысын үтәй. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, совхозда бригадир, ферма мөдире вазифаһын башҡара. Тормош иптәше Фәриҙә Ғәйнитдин ҡыҙы менән Шакир ауылында донъя ҡороп ҡыҙҙары Нурия, Айһылыу, Миләүшә һәм улдары Айнурға өлгөлө тәрбиә биреп үҫтерәләр. Бөгөн 7-селә уҡыған Айнур ғына ата-әсә янында, ҡыҙҙар күптән башҡа йәшәй.

Ниғмәтйәновтарҙың тырыш, булдыҡлы ғаиләһе үҙҙәренең шәхси эштәрен дә асып ҡарай. Бер нисә йыл улар ағас эшкәртеү, төҙөлөш материалдарын етештереү менән шөғөлләнә. 2012 йылдан ғаилә башлығы Валентиновка мәктәбендә балалар автобусын йөрөтә. Заманында Сәғит мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ биргән Фәриҙә ханым, белем усағы ябылыу сәбәпле әлегә өйҙә. Ул бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй: ире, балалары менән бергә күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрай, йәшелсә үҫтерә. Фидан  улын   рухлы итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Киләсәктә үҙе  кеүек армияла хеҙмәт итергә  әҙерләй.

— Әрме — ул тормош мәктәбе. Һаулығы яғынан сәләмәт һәр бер егет ошо мәктәп аша үтергә тейеш тип иҫәпләйем. Һалдат тормошо донъяға ҡарашты үҙгәртә, ата-әсәйҙең, туғандарыңдың ҡәҙерен белергә өйрәтә. Ололарға, тыуған яғыңа ихтирам менән ҡарай башлайһың. Элек ҡыҙыулыҡ менән һығымта яһаһаң, берәй эш ҡыйратһаң, хәҙер ныҡлап уйлайһың, үлсәмгә һалаһың. Ғөмүмән, нужа һурпаһын татып ҡарау тик яҡшы йоғонто яһай.

Әрмегә үҙ теләгем менән киттем. Унан төрлө ысулдар менән ҡасып ҡалырға тырышыусылар ҙа була, әлбиттә. Мин уларҙы ғәйепләмәйем, сөнки һәр кешенең тормошҡа үҙ ҡарашы, һәр береһе тормош һуҡмағын үҙе һайлай.

Хәҙер бер йыл ғына хеҙмәт итәләр. Шуға күрә ир-егеттәргә изге бурыстарын үтәп ҡалыу хәйерлерәк. Хәрби билет эшкә урынлашыу, үҙ абруйың өсөн дә кәрәк бит. Йәштәр  ҡурҡмаһын. Һәр кем был һынау аша үтергә тейеш, тип уйлайым, — тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Фидан Зәмфир улы.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

 

 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас