Инйәр
+12 °С
Облачно
Новости
17 Февраля 2022, 05:22

Һәр яҡлап та уңған игеҙәктәр

Айгүзәл һәм Айгизә Фәйзуллиналарҙың тыуған ауылы Абҙан.

Һәр яҡлап та уңған игеҙәктәрҺәр яҡлап та уңған игеҙәктәр
Һәр яҡлап та уңған игеҙәктәр

Айгүзәл һәм Айгизә Фәйзуллиналарҙың тыуған ауылы Абҙан. 1-се класҡа ла улар урындағы мәктәпкә килә. Тәүге уҡытыусылары Рәзинә Яҡшымбәтованың һабаҡтарын һаман яратып иҫкә алалар. Тырыш, теремек игеҙәктәр һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә була. Шуға күрә улар быға күнегеп бөткән. 6—7-се кластарҙа ҡыҙҙар Өфө ҡалаһының 126-сы мәктәбендә белем ала. Ҡалала ла Фәйзуллиналар үҙҙәрен һынатмай, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, конкурстарҙа, кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша, түңәрәктәргә йөрөргә лә ваҡыт таба.

Быйыл Айгүзәл һәм Айгизә 1-се Архангел мәктәбенә күсте. Бында башҡорт теленән Айгөл Яппарованың, рус теленән Вилиә Әбйәлилованың дәрестәре ныҡ оҡшай икән. Шулай уҡ алгебра, француз теле фәндәрен дә яраталар. Байрамдарҙа, бәйгеләрҙә лә игеҙәктәрҙе йыш осратырға мөмкин.

Әсәләре Айгөл Айрат ҡыҙы балалары яҡшы белем, тәрбиә алһын өсөн бар көсөн һала. Абҙандағы өләсәһе менән олаталары ла ныҡ ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Айрат олаталары мәрхүм инде. Ҡыҙҙарҙы бәләкәй саҡтарынан олаталары шахмат уйнарға өйрәтә, үҙе лә районда уҙғарылған шахмат буйынса турнирҙарҙа даими ҡатнашып торған. Бөгөн һылыуҙар ошо шөғөлдө дауам итеп райондағы Зөфәр Ҡанбәков исемендәге шахмат клубына йөрөй. Кесе йәштән үҙаллылыҡҡа күнеккәнгә күрә, игеҙәктәр аш-һыу бешерергә лә, ҡул эштәренә лә оҫта. Нимәгә тотонһалар ҙа, ҡулдарынан килә.

— Айгизә аштарҙы минән тәмлерәк бешерә. Мин ҡамыр менән булашырға яратам. Икебеҙ ҙә мулиненан (төрлө төҫтәге ептәрҙән) матур, сағыу беләҙектәр, башҡа биҙәүестәр үрәбеҙ. Сәйләндән дә төрлө әйберҙәр эшләйбеҙ. Интернеттан түгел, ә ҡулыбыҙға китап тотоп уҡырға яратабыҙ. Беҙҙе өләсәй шулай өйрәтте. Улар китап уҡырға әүәҫ булғанға, беҙ ҙә китапхананы үҙ иттек.

Ярыша-ярыша өй йыйыштырабыҙ. Ҡустыбыҙ Динисламды ла уйнатабыҙ, әсәйебеҙгә ярҙам итешәбеҙ. Ял көндәрендә өләсәй эргәһенә ҡайтһаҡ, унда ла булышабыҙ, — ти Айгүзәл.

— Бер-беребеҙгә ныҡ оҡшағас, беҙҙе күптәр айыра алмай. Бының яҡшы яҡтары ла, кире яҡтары ла бар. Яҡшы яҡтарынан, мәҫәлән, мәктәптә Айгүзәл берәй фәндән яҡшы әҙерләнмәһә, ә теманы мин яҡшыраҡ үҙләштерһәм, уны “ҡотҡарам”. Тик был бик һирәк осраҡта ғына ҡулланыла. Йыш ҡына ҡыҙыҡ хәл-ваҡиғаларға тарыйбыҙ, улар күңелде күтәрә. Бутап, таный алмауҙары ҡайһы саҡ йөҙәтеп ебәрә, шул яғы оҡшап етмәй, — тип уртаҡлашты Айгизә.

— Мәктәпкә йөрөү, дуҫтар менән аралашыу, ярыштарға әҙерләнеү, походтарға сығыу — иң яратҡан шөғөлөбөҙ!

 Уҡыу йылы башынан Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын уҡыу буйынса видео-марафонында көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ. Уҡытыусыбыҙ Айгөл Зариф ҡыҙы менән дәрестәрҙән һуң ҡалып етди әҙерләндек һәм сығыштарыбыҙҙы  видеоға төшөрөп баһалама комиссияһына ебәрҙек. Тырышыуыбыҙ бушҡа булманы  — беҙ еңеүселәр исемлегенә индек. Был еңеү беҙҙе ҡанатландырҙы. Киләсәктә лә республика кимәлендәге башҡа бәйгеләрҙә  ҡатнашырға уйлайбыҙ, — тиҙәр уңған игеҙәктәр.

Дилара Бәҙретдинова. 

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас