Инйәр
+19 °С
Облачно
Новости
17 Февраля 2022, 06:00

Ер участкағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә...

Был үҙгәрештәр буйынса 20 февралгә тиклем күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ер участкағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә...Ер участкағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә...
Ер участкағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә...

Пай ерҙәренә ҡағылышлы мөһим мәғлүмәт еткерәбеҙ: 2022 йылдың 1 мартынан милек хоҡуғы теркәлмәгән пай ерҙәре (“ваҡытлыса” статусында тороусы ер участкалары) Росреестр тарафынан автоматик рәүештә иҫәптән алынасаҡ. Ул осраҡта һәр кемгә ерҙе ҡабаттан межалау үткәрергә тура килә, был үҙ сиратында өҫтәмә сығымдар ҙа талап итәсәк.

1 ер бүлемен яңынан межалау яҡынса 15 меңгә тиклем барып баҫа. Шуға күрә, кемдәрҙең ерҙәре “ваҡытлыса” статусында тора, уларға ер участкаларына хоҡуҡты теркәү өсөн тиҙ арала, йәғни 20 февралгә тиклем күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеү зарур.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас