Инйәр
+19 °С
Ясно
Новости
9 Февраля 2022, 07:36

“Тормошто яратыу — бәхетле ғаилә нигеҙе”

“Тормошто яратыу — бәхетле ғаилә нигеҙе”,— ти Әлфирә Усман ҡыҙы Ноғаманова

Добавить в предпочтительные источники Google
“Тормошто яратыу — бәхетле ғаилә нигеҙе”“Тормошто яратыу — бәхетле ғаилә нигеҙе”
“Тормошто яратыу — бәхетле ғаилә нигеҙе”

Аҙауҙа Хәтимә Нурмөхәмәт ҡыҙы һәм Усман Вәли улы Ғәлиндарҙың ғаиләһендә дүрт малай араһында бер бөртөк ҡыҙ булып донъяға килә Әлфирә. Аталары йәштән үк урман хужалығында тир түгә. Аҙ-маҙ уҡый, яҙа ғына белһә лә техникаларҙы “һә” тигәнсе һүтеп йыя торған булған. Тырышлығы, ғәҙеллеге өсөн дә уны хөрмәт иткәндәр.

Элек Түбәнге Ләмәз ауылы беҙҙең районға ҡараған (бөгөн ул Иглин районы биләмәһенә инә). Шундағы артель иң артта ҡалғандарҙан һаналған. 1936 йылда Усман Вәли улын етәкселек, предприятиены алғы рәткә сығарыу маҡсатынан мастер итеп оҙата. Йәш кеше Нурмөхәмәт Ғүмәровтың йортона фатирға инә һәм ошонда үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Хәтимә лә Аҙау егетен бер күреүҙән ярата, тик үҙенең хистәрен йәшерергә мәжбүр була. Артель эше яйға һалына, ҡайтырға ла ваҡыт етә. Йорт хужаһына Усмандың егәрле, талапсан, итәғәтле, тыйнаҡ холҡо оҡшай. Йәштәрҙең дә бер-береһенә эҫенеүҙәрен һиҙеп ҡала. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, тигәндәй егет Хәтимәнең ата-әсәһенә үҙенең етди ҡарарын еткерә. Ризалыҡ алғас, йәштәр никах уҡытып Аҙауҙа йәшәй башлай.  Бер-бер артлы балалары донъяға килә. Ғаилә башлығы һаман да леспромхозда эшләүен дауам итә, ә хужабикә балаларын тәрбиәләп, ғаилә усағын һаҡлай. Улар бынамын тигән донъя көтә, ул-ҡыҙҙарын уҡытып кеше итә, оло тормош юлына баҫтыра.

Әлфирә Аҙау мәктәбен тамамлағас, документтарын Өфө ҡалаһының 1-се медицина училищеһының фельдшерҙар әҙерләү бүлегенә тапшыра. “Медицина — һәр саҡ яуаплылыҡ, фиҙаҡәрлек, сабырлыҡ талап итә. Үҙ-үҙегеҙгә ышанып, ҡурҡмай тотоноғоҙ!”, — тип өйрәтәләр остаздары студенттарын. Ҡыҙ тырышып белем ала. Көслө характер, белемгә ынтылыш, яуаплылыҡ тойғоһо, ныҡышмалылыҡ һәм эшһөйәрлек уға һәр саҡ ярҙам итә. Ошо һыҙаттар уға бөгөн дә хас.

1980 йылда Әлфира ҡулына диплом ала. Йоматауға эшкә ебәрелергә тейеш булһа ла,  тыуған районына ҡайтырға теләк белдерә. Районда уға  Ҡыҙғы,  Ләмәз,  Уҫаҡлы ауылдарын тәҡдим итәләр.  Атаһы Уҫаҡлыны хуплай, сөнки, ни тиһәң дә унда леспромхоз гөрләп эшләй, берәй ҡайҙа барам тиһәң машиналар ҙа йөрөп тора, тыуған йортҡа ла яҡын, ти ул. Шулай итеп йәш белгес Уҫаҡлыла хеҙмәт юлын башлай.

Ғаяз Шәмсетдин улы менән улар уҡып йөрөгән саҡта таныша. 1979 йылда тимер юлы асылғас, Раутауға тиклем бергә ҡайтып йөрөйҙәр. Әлфирә егеткә дуҫтарса ғына ҡарай, уға кейәүгә сығырмын, тип уйламай ҙа. Уҫаҡлыла эшләп йөрөгән сағында бер мәл ауыл һәүәҫкәрҙәре менән Ҡыҙғыға концерт ҡуйырға килә. Ҡыҙҙың сәхнәгә сығып йырлап торған сағында Ғаяз инә һәм Әлфирәгә тәү күргәндәй уҡтала. “Был ҡыҙ минеке!” тигән уй йәшен тиҙлегендәй мейеһенә үтә. Ныҡыш егет ауыл фельдшерының йөрәген иретеүгә ирешә. 1982 йылдың 29 ғинуарында улар матур итеп туй үткәрә. Ике көн Аҙауҙа, ике көн Ҡыҙғыла шаулап-гөрләп, ҡыңғыраулы аттарҙа йөрөп туй мәжлесе уҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул замандағы кеүек күңелле, халыҡсан, оҙайлы туйҙар үткәрелмәй шул.

— Аҙауҙа сельсовет рәйесе Нәғимә Муса ҡыҙы Сөләймәнова никахыбыҙҙы ауыл клубында теркәне. Уның изге теләктәре һаман ҡолаҡта яңғырай. Бик яҡшы кеше ине.

Туй көнө ҡояшлы булһа ла күктән ябалаҡлап ҡар бөртөктәре төштө. Бәхет яуҙымы ни! Мин шул ваҡытта эсемдән генә быны бәхетле ғаилә ҡороуға юраным һәм ул тормошҡа ашты. Ирем менән дүрт тиҫтә йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп киләбеҙ. Ул башта Өфөлә эшләне, аҙаҡ Уҫаҡлыла янғын һүндереү участкаһында водитель, Ҡыҙғыға күскәс леспромхозда участка начальнигы вазифаһын үтәне.   Ике ул үҫтерҙек. Юнирыбыҙ сәнғәт юлынан китте. Бөгөн хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Ағиҙел ҡалаһының мәҙәниәт һарайын етәкләй. Аязыбыҙ Нефтекамала   йәшәй. Ул сауҙа өлкәһендә тир түгә. Икеһе лә өлгөлө ғаилә башлыҡтары. Улар өсөн ғорурланабыҙ.

Донъя көтөү — йылға кисеү түгел. Һәр хәлдә лә беҙ ирем менән сабырлы, айыҡ аҡыллы булып ҡалырға тырыштыҡ. Ул  мине һүҙһеҙ аңлай, бер ваҡытта ла рәнйетмәҫ, һәр башланғысымды хуплар кешем. Матур тормош юлы үтеүебеҙ, бөгөнгө бәхетебеҙ өсөн бер-беребеҙгә рәхмәтлебеҙ.  Ғөмүмән, ваҡлыҡтарға иғтибар итмәйбеҙ, сөнки икебеҙ ҙә тормошто яратабыҙ. Яратыуһыҙ йәшәп булмай. Һөйөү, кемгәлер кәрәк булыу, хәстәрлек күреү тойғоһо әҙәм балаһын йәшәтә, көс бирә. Шуға ир менән ҡатын ошо хистәрҙе ғүмер дауамында һаҡларға  бурыслы. Аңлашыу, түҙемле булыу, хөрмәт итеү һәм тормошто яратыу бәхетле ғаилә нигеҙе ул. Йырҙа йырланғанса, яратышыу еңел саҡта түгел, ауырлыҡтар менән һынала. Бер-береһен һөйгән парҙар ғына ауырлыҡты еңеп сыға ала, — тип үҙ фекерен еткерҙе Әлфира Усман ҡыҙы Ноғаманова.       

   Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас