Инйәр
+19 °С
Ясно
Новости
9 Февраля 2022, 10:01

Сирҙе иҫкәртеү маҡсатында

Бешмә — кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә эрозия барлыҡҡа килеү хас.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сирҙе иҫкәртеү маҡсатындаСирҙе иҫкәртеү маҡсатында
Сирҙе иҫкәртеү маҡсатында

Инкубация осоро 1—7 тәүлек (һирәгерәк өс аҙна) дауам итә. Хайуандарҙа төп билдәләре: тән температураһы күтәрелеү, күп шайыҡ ағыу, афтылар (ялҡынһыныу) барлыҡҡа килеү, һөт кәмеү, аҡһаҡлыҡ, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеге боҙолоу һәм башҡалар. Ауырыу яман формала үткән осраҡта хайуандарҙың күпләп үлеүе күҙәтелә. Уны йөрөтөүселәр һәм таратыусылар булып башлыса һарыҡ-кәзә, һыйыр-ат, сусҡа тора. Һирәк осраҡта эт һәм бесәйҙән дә йоҡторорға мөмкин. Был вирусты стандарт дезинфекциялау саралары менән, туңдырып, йә иһә киптереп кенә бөтөрөп булмай. Уның әүҙемлеге һыуҙа һәм тупраҡта йыл дауамында һаҡлана һәм уны ультрофиолет нурҙар ярҙамында йәки һелтеле эретмәләр менән эшкәртеп кенә бөтөрөп була.

Бешмә ауырыуы сығанаҡтарын бөтөрөү һәм  таралыуына юл ҡуймау нигеҙендә иҫкәртеү, диагностикалау, сикләү, карантин һәм башҡа саралар Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы бойороҡтарына ярашлы, бешмәгә ҡаршы көрәш буйынса ветеринар ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе тәьмин итеү нигеҙендә башҡарыла. Һаҡланыу саралары: район территорияһында һәр бер баш эре малдарҙы индентификациялау һәм  биркалау;

 шәхси ихаталарҙа мал-тыуар эйәләренә һәм хужалыҡ субъекттары етәкселәренә, милек формаһына ҡарамаҫтан, биологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе контролләүҙе көсәйтергә, бигерәк тә һөт-тауар фермаларында инфекция ауырыуҙарын иҫкәртеү маҡсатында малдарҙы репелленттар (тәбиғи йәки синтетик химик  матдә)  менән даими рәүештә эшкәртергә;

малдарға бешмәгә һәм башҡа хәүефле сирҙәргә ҡаршы профилактик вакциянация үткәрергә; дәүләт ветеринария хеҙмәте менән килешмәйенсә, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙән, Башҡортостан райондарынан мал аҙығы килтереү тыйыла; бешмәгә хас булған клиник билдәләрҙе ваҡытында асыҡлау маҡсатында ведомстволы территорияла булған эре малдарға даими тикшереү үткәрергә;

үҙ ихаталарында ауыл хужалығы малдары аҫраған һәр граждан ошо сирҙе иҫкәртеү маҡсатында иғтибарлы булырға һәм түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш:

тейешле документтары булмайынса, ситтән мал алмаҫҡа, мал һатып алған, һуйған һәм һатҡан осраҡта, быҙаулағанда был турала дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә;

ветеринар белгестәргә малдарға диагностик тикшереү үткәреү һәм  вакцинация эшләү өсөн ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә;

мал үлгән йәки бер нисә баш бер юлы сирләп киткән осраҡта был турала ветеринар белгестәрҙе иҫкәртергә кәрәк.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас