

Өләсәйем Мәҙинә Ҡотлоғәлләм ҡыҙы Төгөлбаева 1902 йылда Айытмәмбәт ауылында донъяға килә. Бәләкәйҙән теремек, көслө рухлы була. Яҙмыш уны иркәләмәй: кесе йәштәрҙән үк ҡул менән бесән сабырға, утын әҙерләргә, баҫыуҙа иген сәсергә, ураҡ менән башаҡтарҙы урырға һәм башҡа бик күп эштәрҙе башҡарырға тура килә. Ишле ғаилә ике һыйыр, ат, һарыҡ-кәзәләр, ҡош-ҡорт аҫрап көн күрә. Тырыш, йүнсел ата-әсәнең балалары ла үҙҙәре кеүек егәрле булып үҫә.
Мәҙинә өләсәйемдең атаһы Герман һуғышынан һуң мандый алмай, бик йәшләй үлеп ҡала. Яңғыҙ әсә сабыйҙарына ел-ямғыр тейҙермәй аяҡҡа баҫтыра, башлы-күҙле итә. Мәҙинәгә лә кейәүгә сығырға ваҡыт етә. Элек ҡыҙҙарҙы иртә, белмәгән, яратмаған кешегә димләп кейәүгә оҙатҡандар. Уны ла 16 йәшендә күрше егеткә бирәләр. Тәкәббер, уҫал кәләшкә “һайланған” тормош иптәше бер ҙә оҡшамай, ике айҙан һуң кире тыуған йортона ҡайта. Шул осор ауылға Ҡыҙғынан ҡыҙылармеец Дәүләтғәли йомош менән килә. Ул Мәҙинәне күреп ғашиҡ була. Бер аҙнанан яусы ебәрә.
Никах уҡытҡандан һуң, йәштәр Ҡыҙғыла донъя көтә башлай. Башта үҙ йорттары булмағанлыҡтан, амбарҙа йәшәп торалар, аҙаҡ олатай бәләкәй генә йорт һала. Шунда Ишбулды, Мәрүә, Рәйсә һәм минең әсәйем Миңзифа донъяға килә.
Төгөлбаевтар башта яҡшы йәшәй. Тырыш ир менән ҡатындың малдары ла, ашлыҡтары ла етерлек. Икмәк, ит, майҙан бер ҙә өҙөлмәй, һәүетемсә генә муллыҡта көн күрәләр. Тик колхозлашыу башланғас, барлыҡ малдар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, иген тартып алына. Хәләл көсөң менән тапҡан мөлкәтеңдән ҡолаҡ ҡағыу бик ауыр кисерелә. Балаларҙы астан интектермәҫ өсөн яңынан аяҡҡа баҫырға тырыша улар. Бәрәңге үҫтереп, бер һыйырҙы күҙ ҡараһылай тәрбиәләп, ялғанып китәләр.
Инде лә иркенләп йәшәгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылда олатайыбыҙҙы фронтҡа алғанда минең әсәйем дүрт айлыҡ ҡына бәпес була. Һуғыш алдынан Дәүләтғәли Петропавловка утарында өй һала башлай, әммә уны тамамлап өлгөрмәй. Шулай итеп өләсәйем төҙөлөп бөтмәгән йортта дүрт сабый менән тороп ҡала.
Мәҙинә Ҡотлоғәлләм ҡыҙы төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша: башҡалар менән бергә колхоз эшенә егелә, өйҙәге бәләкәстәрен дә ҡарай, ас-яланғас ҡалдырмай һәм һуғыш бөтөп, иренең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына өмөт итә. Үкенескә ҡаршы, 1943 йылда Дәүләтғәли олатайҙың Сталинград һуғышында хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡайғылы хәбәре килә. Өләсәй ышанмай, һуғыш тамамланғансы, ғүмер буйы һөйгәнен тилмереп көтә.
Ишбулды үҫеп буй еткерә, Алыҫ Көнсығышҡа хәрби хеҙмәткә алына, Ҡытай сиген һаҡлай. Ул ваҡытта совет һалдаттары Ҡытайҙан япондарҙы ҡыуған ғына саҡтары, шуға күрә улар беҙҙекеләр менән дуҫлыҡ һаҡлай. Армиянан һуң, Ишбулды бабай өйләнә. Бер аҙҙан уны Мәскәүгә уҡырға ебәрәләр. Белемен камиллаштырғандан һуң, Уҫаҡлы леспромхозында мастер булып эшләй.
Бөтә йәштәр урманда тир түгә: заводтарға бүрәнәләр әҙерләй, паркет һәм башҡа төҙөлөш материалдары өсөн ағас оҙата. Һуғыштан һуң барса техника иҫке, боҙоҡ, ә планды ваҡытында, теүәл үтәргә кәрәк. Кире осраҡта партиянан сығаһың. Ишбулды бабайым армияла хеҙмәт иткән сағында уҡ КПСС партияһы рәтенә инә, ул ысын коммунист ине. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар осрамаһын — бирелгән норманы артығы менән тултырҙы. Тырыш, намыҫлы коммунисты бер заман Сушкин ауылындағы артта ҡалған хужалыҡҡа йүнәлтәләр. Төпкөлдә хатта юл да булмай. Тирә-яҡтан йыйылған эшселәр иҫке барактарҙа көн күрә. Ир-уҙаман эштәрҙе юлға һала, халыҡтың да кәйефе күтәрелә.
Максим Горький колхозына ла ул партия ҡушыуы буйынса бара. Был хужалыҡ заманында миллионер һәм Мәскәүҙә ВДНХ-ла Башҡортостандың данын яҡлаған колхоз һанала. Төгөлбаевтар ошонда 8 балалары менән ныҡлап төпләнә лә инде. Ғаилә башлығына ауыл советы председателе вазифаһы йөкмәтелә.
Көтмәгәндә бәлә килә — бабайымды ат тибеп ныҡ йәрәхәтләй һәм уны самолет менән Өфөгә операцияға оҙаталар. Ҡатыны Сәғирә әбейем дә уны ҡарар өсөн баш ҡалаға юллана. Өй тулы балаларҙы тәрбиәләү өсөн өләсәйем Максим Горькийға килә. Иң бәләкәйҙәренә ярты йәш кенә, ярай әле күрше ҡатын күкрәк һөтөн имеҙеп тора. Бер нисә айҙан бабайым һауығып ҡайта. Сәләмәтлеге бер сама яҡшырғас, ул ферма мөдире вазифаһына күсерелә, ә Сәғирә әбейем һауынсы булып эшләй башлай.
Шул йылдың йәйендә өләсәйем менән Горный ауылына күстек. Унда беҙҙең ҙур йәшелсә-емеш баҡсаһы бар ине. Бәрәңге сәстек, һыйыр тотоп көн иттек. Артып ҡалғанын хатта һатып та маташтыҡ.
Үҙем менән булған бер хәлде хәтерләйем. 1-се класта бер сирек уҡыным, хәтерем яҡшы, дәрестәр ҙә оҡшай, ә хәрефтәрҙе бәйләп уҡый алмайым да ҡуям! Текстарҙы яттан ғына әйтәм, ә мине уҡый тип уйлайҙар. Уҡытыусы башта һиҙмәне, аҙаҡ төҫмөрләй башланы. Өндәрҙе ҡуша белмәүемде асыҡлағас, ул миңә өндәрҙе йырлап әйтеп ҡарарға ҡушты. Шулай итеп уҡырға өйрәндем, аҙаҡ мине туҡтатып та булманы. Китап уҡыу минең иң яратҡан шөғөләмә әйләнде. Йәйге каникулдарҙа 2-се кластың программаһын үҙ аллы өйрәнеп бөттөм. Уҡыу йылы башланғас, уҡытыусының һөйләгәндәрен тыңлап, “төҙәткеләп” ултыра торғайным. Китапханала ла уҡымаған китаптарым ҡалманы. Уҫаҡлыла 7-се класҡа тиклем белем алғас, артабан Максим Горький мәктәбенә килдем. 10-сы класты тик “яҡшы” билдәләргә генә тамамлап, медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға индем. Һөнәр алғас, хеҙмәт юлымды тыуған районымда башланым.
Бөгөнгө уңыштарым, яуланған үрҙәрем өсөн мин өләсәйем Мәҙинәгә бурыслымын. Ул үҙе бер ниндәй белемгә эйә булмаһа ла балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә әйтеп бөтөргөһөҙ тормош һабаҡтарын, тәжрибәһен, рухи байлығын бирҙе. Һәр балаһын кеше итте, ейән-ейәнсәрҙәренә лә оло ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уның аҡыллы кәңәштәрен, тәрбиә алымдарын бер ниндәй юғары уҡыу йрто ла бирә алманы. Шуға күрә мин уға мең рәхмәтлемен һәм йәненең ожмахта булыуын теләйем. Өләсәйем 1988 йыл баҡыйлыҡҡа күсте.
Гөлирә Фәхретдинова.
Архангел ауылы.
Фото — ғаилә архивынан.