Инйәр
+26 °С
Облачно
Новости
9 Февраля 2022, 09:44

Күпте күргән, күпте кисергән…

Муллаҡай ауылында тырышып, балалар үҫтереп, матур итеп донъя көткән ғаиләләр бихисап.

Күпте күргән, күпте кисергән…Күпте күргән, күпте кисергән…
Күпте күргән, күпте кисергән…

Муллаҡай ауылында тырышып, балалар үҫтереп, матур итеп донъя көткән ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе — Зәлиә Солтангәрәй ҡыҙы Сәйфуллина тураһында һүҙем.

Ул Муллаҡайҙа урта белем алғандан һуң,  Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡытыусы һөнәренә эйә булғас, йәш мөғәллимә күрше Бәйес мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы булып ҡайта. Сибәр, һомғол, оҫта йырсы, бейеүсе, үҙ эшенә яуаплы ҡараусы ҡыҙ тиҙ арала хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр, ауыл халҡы араһында абруй ҡаҙана.

Яңы ғына хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Фәнил Фәрхетдин улы Сәйфуллин йәш уҡытыусыға “ҡармаҡ һала”. Егет менән ҡыҙ бер-береһен оҡшатып, осраша башлайҙар һәм күп тә үтмәй гөрләтеп никах туйы үткәрәләр. Фәнил үҙе лә йырсы, оҫта итеп гитарала, гармунда ла уйнай. Йәш ғаилә яңы йорт һалып сыға. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы өс ҡыҙ донъяға килә.

Матур итеп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, көтмәгәндә ҡайғы килә. Ғаилә башлығы ҡорт сағыуҙан аллергия булып, фани донъянан китә.  Зәлиә 34 йәшендә генә тол ҡала. “Балаларым ғына йәшәргә көс бирҙе”, — ти ул хәтирәләргә бирелеп.

Бының менән генә бәлә бөтһә ярар ине лә  — юҡ шул.  Фажиғәле рәүештә апаһы ике балаһын ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Оло йөрәкле ханым уйлап та тормай, сабыйҙарҙы үҙенең тәрбиәһенә ала.

Бынан тыш, ун бала үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған әсәһен, ағаһын да үҙенә һыйындырырға йөрьәт итә. Байтаҡ йылдар уларҙы матур итеп ҡарай.

2014 йылға тиклем бөтә күңелен биреп ауыл балаларына белем һәм тәрбиә бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белем усағы ябылғас, эшһеҙ тороп ҡалды.

Зәлиә бер нимәгә ҡарамай биш балаһын да уҡытты, һөнәрле итте. Дүрт ҡыҙына күркәм туйҙар яһап, кейәүгә бирҙе. Өлкәне Ләйсән  Өфө педагогия колледжын тамамланы. Гөлфиә,  шулай уҡ, Өфөлә күп профилле колледж бөтөрөп, сәркәтип һөнәренә эйә булды. Миләүшә  урман техникумының ер эштәре буйынса белгестәр әҙерләү бүлегендә уҡыны. Апаһының ҡыҙы Лиана ла педагогия колледжында белем алды, улы Айнур Ауырғызы күп профилле колледжын бөтөрөп, армияла хеҙмәт итеп ҡайтты.

Хәҙерге көндә Зәлиә ете ейән-ейәнсәргә яратҡан, хәстәрлекле өләсәй. Ләйсәндең ҡыҙы Азалия өләсәһе эргәһендә, уға иптәш. Балалары аҙна һайын машиналарында елдереп, күстәнәстәрен тейәп ҡәҙерле кешеләренең хәлдәрен белешергә ҡайтып тора.

Зәлиә Солтангәрәй ҡыҙы бөгөн ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрап, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп донъя көтә. Уның йортоноң ишеге туғандары, яҡындары, күршеләре өсөн һәр саҡ асыҡ. Ауылдың йәмәғәт  тормошонда ла әүҙем. Урындағы “Ташҡын” төркөмө ағзаһы.

— Айнур улыма ғына кәләш алып бирһәм, әсәлек бурысым үтәлә, — тип йылмая ул.

Зәлиәбеҙ быйыл 50 йәшен тултырҙы. Беҙ, ауылдаштары, уның менән ғорурланабыҙ.

Зәлифә Фәйзуллина.

Муллаҡай ауылы.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас