Инйәр
+8 °С
Ясно
Новости
9 Февраля 2022, 09:08

“Халыҡ сәләмәт тормош һайлай”

“Айыҡ ауыл" конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторола.

“Халыҡ сәләмәт тормош һайлай”“Халыҡ сәләмәт тормош һайлай”
“Халыҡ сәләмәт тормош һайлай”

“Айыҡ ауыл" конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторола.

Орловка ауыл биләмәһе лә иғлан ителгән бәйгелә үҙ көсөн һанап ҡарарға теләк белдерҙе. Биләмә исеменән  Орловка ауылы халҡы ҡатнашты.  Билдәле булыуынса, бында тәртипле, берҙәм халыҡ йәшәй. Улар малсылыҡ, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡырҙа эшләп йөрөүселәр ҙә бар. Ауылда элек-электән эскелек, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу  мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә.

“Айыҡ ауыл"да ҡатнашыу хаҡында иғлан ителгәс тә ауыл хакимиәте белгестәренән, ветерандар советы ағзаларынан, ауыл биләмәһе депутаттарынан, медицина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән, китапханасыларҙан, активистарҙан торған ойоштороу комитеты төҙөлдө. Комитет бөгөнгәсә төрлө йүнәлештәге сараларҙы ойоштороу һәм уға бәйле башҡа мәсьәләләрҙе сисеү менән шөғөлләнде.   

Ошо арауыҡта төрлө спорт ярыштарына, экологик акцияларға һәм башҡаларға ҙур иғтибар бүленде. Алкоголизм менән көрәшеүгә нигеҙләнгән “Сәй көнө”, “Айыҡлыҡ — беҙҙең йәшәү”, “Аулаҡ өй” үткәрелде.  Оло быуын кешеләре ярҙамында халыҡ кәсебен, йолаларын, уйындарын, ижадын  тергеҙеү буйынса ҙур эштәр атҡарылды. Был йәһәттән, “Мозаика” халыҡ кәсептәре клубы эшмәкәрлеген билдәләп китеү зарур. Ауылды, уның тирә-яғын төҙөкләндереү маҡсатынан “Таҙа яр”, “Ағас ултырт” кеүек акциялар ҙа даими уҙғарылды.

Бәйге барышында  сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау, ауылда йәшәүселәр йәмәғәт тормошонда әүҙемләште, урындағы үҙидара һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хәмер һатыу продукцияһын һатыу итеүселәр менән көрәште, ауылдар төҙөкләндерелде. Конкурс ярҙамында халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүеше формалашты һәм стимуллаштырылды.

Спорт менән шөғөлләнеү бөтә йәштәгеләрҙе лә үҙенә ылыҡтырҙы, тип әйтһәк хата булмаҫ.  Яҙҙан көҙгә тиклем йәштәр, үҫмерҙәр, бала-сағалар футбол, волейбол, мини-футбол, еңел атлетика кеүек спорт уйындарын яратып уйнай. Ула өсөн төрлө матчтар ойошторола. Урта йәштәгеләр, хаҡлы ялдағылар скандинав таяҡтары менән йөрөүҙе оҡшатты, бөгөн улар бихисап.

Ғөмүмән, был бәйгелә ҡатнашыуҙың ыңғай яҡтарын һанап бөтөргөһөҙ. Халыҡ күҙгә күренеп, сәләмәт тормош һайлай, өмәләрҙә әүҙем, дөйөм эштәрҙән бер кем дә ситтә ҡалмай. Хәмер һатыусыларҙың намыҫы уяна. Айыҡ йәшәйештең баһаһы ныҡ күтәрелә.

Гөлнара Тимербулатова,

Орловка ауыл хакимиәте башлығы.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас