Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
9 Февраля 2022, 09:13

“Эштәр ғәмәлгә аша”

— Краснокуртовка ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙле ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү буйынса даими рейдтар уҙғарылып тора.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Эштәр ғәмәлгә аша”“Эштәр ғәмәлгә аша”
“Эштәр ғәмәлгә аша”

— Краснокуртовка ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙле ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү буйынса даими рейдтар уҙғарылып тора. Ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, оло йәштәге, яңғыҙ йәшәгән кешеләргә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Тикшереү барышында янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙың, электр йылытҡыстарының, мейестәрҙең төҙөклөгө ҡарала. Етешһеҙлектәр асыҡланғанда уларҙы  бөтөрөү өсөн ваҡыт бирелә. 

Ауылдар эсендәге юлдарҙы быйыл шәхси эшҡыуар Юрий Иванов таҙарта. Урамдарҙы яҡтыртыу йәһәтенән дә эштәр дауам ителә.

Быйыл “Айыҡ ауыл — 2022” республика конкурсы сиктәрендә ауылдарҙа кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға, спорт, физик культура менән шөғөлләнеүгә саҡырған төрлө саралар үткәрелде. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы”нда ла ҡатнаштыҡ.  Халыҡ Шакир ауылы зыяратын кәртәләү проектын хуплап сыҡты. Күп эштәр башҡарылыуға һәм ғәмәлгә ашырылыуға ҡарамаҫтан, хәл итәһе мәсьәләләр әле байтаҡ, — тип эш барышы менән таныштырҙы Краснокуртовка ауыл хакимиәте башлығы Владимир Карпов.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас