Инйәр
+18 °С
Ясно
Новости
9 Февраля 2022, 09:25

Алимент түләүселәрҙе ниндәй яңылыҡтар көтә?

Законда үҙгәрештәр була, иғтибарға алығыҙ.

Алимент түләүселәрҙе ниндәй яңылыҡтар көтә?Алимент түләүселәрҙе ниндәй яңылыҡтар көтә?
Алимент түләүселәрҙе ниндәй яңылыҡтар көтә?

Рәсәйҙә никах тарҡалғандан  һуң, уртаҡ балалары өсөн ирҙәренән алимент көтөп ала алмаған әсәләр бик күп. Бала үҫтереүгә киткән сығымдарҙы күтәрешеүҙән ситләшкән атайҙар бихисап шул. Быйыл Рәсәйҙә алименттар тураһындағы законға индерелгән яңылыҡтар эшләй башлаясаҡ. Ул бурыслылар өсөн яңы ҡағиҙәләр индерәсәк, балалар өсөн түләүҙәрҙе  тәртипкә һаласаҡ һәм уларҙы алыу тәртибен граждандар өсөн һөҙөмтәле итәсәк.

 Алименттар тураһындағы законда ниндәй яңылыҡтар буласаҡ?

Яңғыҙ бала тәрбиәләүсе әсәләр, ҡайһы бер осраҡта атайҙар ҙа, быға тиклем алиментты түләгән кеше килеменең рәсми өлөшөнән генә ала ине. Хәҙер яңы закон был ғәҙелһеҙлекте юлға һала.

      2021 йылдың 11 ноябренән РФ Хөкүмәтенең 1908-се һанлы ҡарары үҙ көсөнә инде. Был документта балиғ булмаған балаларға алименттар өсөн тотоп ҡала торған килемдәрҙең яңы исемлеге раҫланған. Элек был исемлек Хөкүмәттең 1996 йылдың 18 июлендә донъя күргән 841-се ҡарары менән яйға һалынған ине. 2021 йылдың 11 ноябрендә  иҫке документ үҙ көсөн юғалтты.

Элеккесә үк алиментсылар балалары өсөн барлыҡ төр хеҙмәт хаҡынан, шулай уҡ өҫтәмә түләүҙәрҙән; хәрбиҙәрҙең, прокуратура хеҙмәткәрҙәренең, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡынан; пенсияларҙан (ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсиянан тыш); гонорарҙарҙан; стипендияларҙан; эшһеҙлек һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеларҙан, шулай уҡ ҡайһы бер компенсация түләүҙәренән алимент түләй.

Яңы ҡарарҙа алименттар алынасаҡ килемдәр исемлеге шаҡтай киңәйтелде. Хәҙер инде алименттар түбәндәге килемдәрҙән дә тотола: үҙмәшғүл граждандарҙың килеменән; банктағы өлөштәренән һәм иҫәптәге проценттарҙан; иҡтисади эшмәкәрлек һөҙөмтәһендәге килемдәрҙән, дивидендтар һәм купондарҙан, шулай уҡ ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән операциялар буйынса алынған табыштан; һатыуҙан килгән килем йәки күсемһеҙ милекте ҡуртымға биреүҙән алынған табыштан; һалым өсөн аҡса тотоп ҡалыуҙан алынған суммаларҙан.

Шулай итеп, хөкүмәттең яңы ҡарары нигеҙендә, алимент күләмен иҫәпләгәндә, баланан ситтә йәшәгән, уны тәрбиәләүҙә ҡатнашмаған атайҙың (ҡайһы бер осраҡта әсәнең дә) барлыҡ килемдәре  иҫәпкә алынасаҡ.

Иҫкәрмә. Бала тыуыуға бер тапҡыр бирелә торған пособиенан, командировка сығымдарынан, ауыл ерлегенә күскән өсөн “подъемный”ҙан, хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә түләүҙәрҙән процент түләттереп булмай. Алименттарҙың минималь күләме төбәктә билдәләнгән МРОТ-тың (хеҙмәт хаҡының минималь күләме) 25 процентын тәшкил итә. Эшһеҙ кеше лә алимент түләүҙән ҡасып ҡотола алмай. Был осраҡта алиментты ул алған пособиенан түләтәсәктәр. Әйтәйек, әгәр эшһеҙлек буйынса минималь пособие 1 500 һум булһа,  балаға шул сумманың 375 һумы түләнәсәк.

Сергей Бардуков,

идара начальнигы, өлкән суд приставы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас