Инйәр
+23 °С
Облачно
Новости
9 Февраля 2022, 09:22

"Аҡмуллаға эйәреп..."

Бәйге мәғрифтсенең тыуыуына 190 йыл тулыуға  арналды

"Аҡмуллаға эйәреп...""Аҡмуллаға эйәреп..."
"Аҡмуллаға эйәреп..."

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар Союзы менән берлектә "Аҡмуллаға эйәреп..." тигән төбәк-ара әҙәби конкурс уҙғарҙы. Ул Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо. Бәйгелә Башҡортостан Республикаһы һәм РФ төбәктәре мәктәптәренең 10-11-се класс уҡыусылары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнашты.

Конкурстың төп маҡсаты башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, туған телгә һәм туған мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү булды. Жюри ағзалары конкурсҡа ебәрелгән материалдарҙы өйрәнеп, шиғри әҫәр, проза әҫәре, инша кеүек өс номинация буйынса еңеүселәр һәм призерҙарҙы билдәләне. Улар исемлегендә беҙҙең район уҡыусыларының булыуы ҡыуаныслы күренеш. 1-се Архангел мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Хөсәйенова Элина конкурс лауреаты (еңеүсеһе), ә Ғәзизова Эвелина   призер исемен яуланы (етәкселәре Айгөл Яппарова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы).

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас