

Улар хеҙмәт батырҙары, бәхетле киләсәккә ышанған, үҙҙәрен аямай ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, ҡоростай ныҡ быуын вәкилдәре. Яңы Шишмә ауылында ғүмер итеп, бөгөн 90 йәшен тултырған Нәзиә Миңлемөхәмәт ҡыҙы Ғайсина ла шундайҙар рәтенән.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда кескәй Нәзиәгә бары 9 йәш була. Ул ата-әсәһе менән Яңы Һарт ауылында йәшәй. Ҡыҙға үҙенең тиҫтерҙәре кеүек шул замандар михнәтен, ауыр ғазаптарын үҙ иңендә татырға тура килә.
Һуғышҡа яраҡлы бөтә ир-егеттәрҙе, колхоз аттарын фронтҡа алып китеп бөткәс, колхоз эше, фронтты аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итеү ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм үҫмер, балалар ҡулына ҡала. Шуға күрә һуғыш йылы балаларының бала сағы булмаған тиерлек, улар ил менән бергә ауыр һынауҙар кисергән.
Нәзиә лә ололар ыңғайына колхоз эшенә бер ҡалдырмай йөрөй. Үҫә төшкәс ауырыраҡ йөкләмәләрҙе лә үтәй.
— Мине башҡа ҡыҙҙар, малайҙар менән Йөйәк ауылына (Белорет районы) ағас әҙерләргә ебәрҙеләр. Көнө буйы урман киҫәбеҙ ҙә ҡараңғы төшкәс, арып-талып бәләкәй генә өйгә — баракка ҡайтабыҙ. Өҫтөбөҙҙә йүнле кейем әҫәре юҡ, кемдең нимәһе бар, ҡатлап, йүнәтеп кейгәнбеҙ. Ашау ҙа наҡыҫ. Барактың ҡап уртаһында бәләкәй генә мейес, ул да ипләп йылытмай, етмәһә, һәр кем бишмәт, быйма, итектәрен киптереү өсөн уны уратып алған. Йоҡлар өсөн дә мейескә яҡыныраҡ булырға тырышабыҙ, кем сос — урын уныҡы. Ниндәй генә һынауҙар үтергә тура килмәне беҙҙең быуынға — һынманыҡ, сынығып, абынһаҡ та ҡабаттан аяҡҡа баҫырға көс табып, алға, яҡты, бәхетле тормошҡа табан барҙыҡ, — тип моңһоуланып хәтер йомғағын һүтте ил инәһе.
Һуғыш йылдарын иҫләгән саҡта ул күҙ йәштәрен йәшермәй:
— Беҙ күргәнде, кисергәнде дошманыма ла теләмәйем. Таң һарыһынан эшкә тороу, үҙәк өҙгөс һыуыҡ барак, йоҡоноң туймауы, аслыҡ, яланғаслыҡ... Көнө буйына лысма һыу ойоҡбаштар, “аяҡ кейемдәре” кибеп тә өлгөрмәй. Иртән ҡабаттан шуларҙы кейеп, ас көйөнсә балта, бысҡы тотоп урманға йүнәләбеҙ. Тилмереп өйгә ҡайтарыуҙарын көтәбеҙ. Ни хәл итәһең, бала ғынабыҙ бит. Дошмандарҙы еңеүгә, матур тормоштоң башланыуына ышаныс, өмөт беҙҙе йәшәтте, көс бирҙе. Эш араһында аҙға ғына булһа ла өйгә ҡайтарып ала торғайнылар. Унда ла еңелдән түгел, шулай ҙа әсәйҙәр, туғандар эргәһендә әйтеп бөтөргөһөҙ еңеллек, йылылыҡ кисерҙек.
Йәй етеү менән ауыл йәштәрен юл төҙөлөшөнә оҙаталар. Нәзиә лә Иҫке Шәрәйҙән Архангел яғына табан юл төҙөүҙә ҡатнаша. Көнө буйы көрәк менән бил бөгөү, ауыр арбаларға таш, ҡом, ер тейәп ташыу сей елкәгә тейә. Ҡыҙ түҙә, сөнки башҡа әмәл юҡ. Ул бер үҙе генә түгел бит, бөтә ил менән Еңеү өсөн тырышалар. Ҡар төшөү менән ҡабат утын әҙерләргә йүнәләләр.
Йәшлеге яҙмыш типкеһендә үтһә лә йөрәге ҡатып ҡалмай уның. Йомарт, киң күңелле, ярҙамсыл һәм мәрхәмәтле булып ҡала. Нәзиә Миңлемөхәмәт ҡыҙы тормош иптәше Миҙхәт Хәзиәхмәт улы менән ярты быуат бергә йәшәп, 9 бала үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы бер нисә йыл элек баҡыйлыҡҡа күсә. Ветеран инәй хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған ерендә тир түгә. Бөгөн ул һәүетемсә генә йорт, ихата эштәрен үҙе башҡарып, күршеләре, яҡындары менән аралашып, матур итеп донъя көтә. Тыныс тормошҡа, муллыҡҡа шөкөр итеп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бәхетле ғүмер һорай.
Ошо арала ағинәй үҙенең оло юбилейын билдәләне. Хеҙмәт, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тыл хеҙмәтсеһе, герой әсә йортонда балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре бергә йыйылды. Илебеҙ Президенты Владимир Путин да Н. М. Гайсинаны оло юбилейы менән тәбрикләне. Уның ҡотлау хатын һәм Липовка ауыл хакимиәтенән иҫтәлекле бүләкте ауыл хакимиәте башлығы Илдар Әбдрәфиҡов тапшырҙы һәм барыһының исеменән дә изге теләктәр еткерҙе.
Һуғыш йылдарын үткән оло быуын вәкилдәре йәштәр өсөн матур үрнәк. Һынмаҫ рухтарын, илһөйәрлектәрен, ҡаһарманлыҡтарын бер нимә менән дә сағыштырып булмай. Ауылдың бөгөнгөһө менән йәшәп, киләсәге өсөн борсолоп ғүмер кисерә улар. Нәҡ шундай кешеләре булыуы менән ауылдарыбыҙ күркәм.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.