Инйәр
-4 °С
Ясно
Новости
3 Февраля 2022, 05:36

Ут менән шаярма!

Янғын хәүефһеҙлеге темаһы һәр саҡ көнүҙәктә ҡала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ут менән шаярма!Ут менән шаярма!
Ут менән шаярма!

Бигерәк тә балаларҙың һаулығын һәм ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймау мәсьәләһе. Шуға күрә сабыйҙарға кесе йәштән үк ут менән шаярыуҙың насар һөҙөмтәләргә килтереүе тураһында ҡат-ҡат аңлатып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе өйрәтеп тороу зарур.

Абҙан балалар баҡсаһында тап ошо турала тәрбиәүи саралар, дәрестәр даими ойошторола. Яңыраҡ тәрбиәсе Фларида Хәмзә ҡыҙы кескәйҙәр төркөмөндә “Ут менән шаярма!” тип аталған ижади-тематик дәрес уҙғарҙы.

Ул уттың йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағы ғына түгел, һаҡһыҙ эш иткәндә күп бәлә-ҡазаларға сәбәпсе булыуын төшөндөрҙө, ут һәм көнкүреш электр ҡорамалдары менән һаҡ, дөрөҫ эш итеү кәрәклеген аңлатты. Тәрбиәсе шулай уҡ  янғын һүндереүселәр хеҙмәте, янғын һүндереү машинаһы менән төрлө күргәҙмә материалдар аша таныштырҙы. Кескәйҙәр белгәндәрен һүрәттәрендә төшөрөп күрһәтте.

Эльвира  Ҡужәхмәтова,

 “Ләйсән” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының  музыка етәксеһе.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас