

Беҙ бәләкәй саҡтарҙа, башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ инәйем Заяф ағайым менән мине уята ла Текәтәтауҙағы киртләстәрҙе таҙартырға ебәрә торғайны. Балта, көрәк, һебертке алып, тауға йүгерәбеҙ. Һыуҙы көйәнтәләп ташығас, түгелә лә, боҙ барлыҡҡа килә. Тауыбыҙ шундай текә, бейек, абайлабыраҡ атламаһаң, осоп төшөүеңде көт тә тор. Эшебеҙҙе тамамлап ҡайтҡас, инәйем әлеге халыҡ мәҡәлен әйтеп, беҙҙе иртәнге сәйгә ултырта.
Беҙҙән башҡа ул киртләстәрҙе Яҡуп ағай Сәйғафаров та таҙарта. Кем тиҙерәк өлгөрә инде. Шул осорҙан бирле кешегә изгелек эшләп, рәхмәт алыуға әүәҫләнеп киттек.
Эйе, йәшерәк саҡта рәхмәт алаһың, ә бөгөн олоғайған көнөмдә күптәргә үҙем рәхмәт әйтәм.
Ҡыш бит, ҡар шәп: көн һайын көрәргә кәрәк. Балалар йә ҡырҙа, йә үҙ мәшәҡәттәренән бушай алмай. Күршелә генә йәшәгән Илнар Абдуллиндың Алмаз һәм Рөстәм исемле малайҙары урамымды, йорт-ҡаралты баштарын “һә” тигәнсе көрәп китә, тимәк, рәхмәт алып үҫәләр. Үҙем дә уларҙы тәмлекәстәр менән һыйлайым. Шулай итеп, бер-беребеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ. Был балалар үҫеп еткәс, ошо ҡылыҡтары хаҡында оло бер йылылыҡ менән иҫкә алырҙар, моғайын.
“Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә”, тигәндәй, бөгөн дә һәр беребеҙҙең күңеле изгелеккә ынтылһа, яҡшылыҡты өҫтөн күрһә, ярҙамға, теләктәшлеккә мохтажлыҡ булмаҫ.
Донъяла һәр нәмәнең үлсәме булған шикелле, әлеге рухи ҡиммәттәр ҙә билдәле бер баһа менән дәүмәлләнә. “Рәхмәт” тигән ҡөҙрәтле һүҙ шул баһаның үлсәме ул. Тик “заман башҡа, заң башҡа”, тигәндәй бөгөн рәхмәттең элекке әһәмиәте кәмегәндәй, “рәхмәт”тән тун тегеп булмай, тип уйлаусылар ҙа бар. Рәхмәт әйтергә һаранланып киттек шикелле. Әммә, күптәребеҙ өсөн рәхмәттең бәҫе төшмәгән, ошо бер һүҙ йәндәребеҙҙе иретеп, күңелдәребеҙҙе ҡанатландырып ебәрә.
Бөгөнгөләй хәтеремдә: тәүге хеҙмәт юлымды башлаған сағымда, ул саҡтағы мәктәп директоры Хисаметдин Зәйнетдин улы Искәндәров ниндәй оло йөрәкле ысын тәрбиәсе, йәш уҡытыусыларға ҙур таяныс, намыҫлылыҡ өлгөһө һаналды. Талапсан, теүәл холоҡло был кеше эшләй ҙә белде, эшләтә лә алды, тәнҡите лә самалы, урынлы булыр ине. Кешенең ҡайғылы-хәсрәтле сағында күңелен иретерлек бер йылы һүҙ әйтә торғайны, рәхмәтен дә һис йәлләмәне. Бөгөн, мин генә түгел, бик күптәр рәхмәтле уға. Ил ағаһына сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп ҡалам.
Рәхмәтһеҙҙәрҙе ситкә ҡуйып, рәхмәтлеләрҙе генә иҫкә алғы килә, сөнки кеше күберәк ыңғайҙы, яҡшыны, матурҙы иҫендә оҙағыраҡ һаҡлаусан.
Үткән ғүмер осоронда байтаҡ ҡына рәхмәт һүҙҙәре ишетергә тура килде, бигерәк тә бала саҡтағылары хәтергә ныҡ уйылып ҡалған.
Беҙҙә (Көмәрлелә) йәйге төндә һыйырҙарҙы аҙбарҙа ҡундырмай, Һиңкер осона ҡыуа торғайнылар. Иртәнге биштә һыйырҙы алып ҡайтып һауыу минең иңдә. Инәйем ишектән сыҡҡанда: “Бөтәһен дә ҡыу, береһен дә ҡалдырма”, — тип киҫәтеп ҡала. Ауылдан сығып, байтаҡ ара ысыҡ ярып барырға тура килә. Инде малҡайҙары тау башына күтәрелә башлағас, Әлепбикә, Кәбирә, Зәкирә, Әминә, Хөббиямал әбейҙәр, Мәрфуға, Мөғлифә, Маһикамал еңгәләр ҡаршы ала. Уларҙың һәр береһе арҡамдан һөйөп, рәхмәттәр әйтә. Мәктәпте тамамлап сығып киткәнсе, һәр йәйем шулай ҡабатлана ине.
“Юл аҙабы — гүр ғазабы”, — тип һамаҡлар ине инәйем. Ысынлап та, рәхмәт алһаң, күңел ҡанатлана, яңынан-яңы эштәргә дәртләндерә, һинең хеҙмәтеңдең башҡаларға кәрәк булыуы, әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыуаныс һәм кинәнескә әйләнә. Алтын тауҙарың ары торһон.
Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа йылы һүҙгә, бер-береңә яҡшы мөнәсәбәткә һаранланмаһаҡ ине. Тормош бит былай ҙа ығы-зығылы. Яраланмаһын күңелдәр, һәйбәт, ыңғай эштәр ғәҙел баһаһын алһын. Ә бының өсөн матди сығымдар кәрәкмәй, күңел түреңдән сыҡҡан, ихласлыҡ менән әйтелгән рәхмәтең булһын. Ошо бер һүҙ яҡшылыҡҡа, ҡылған изгелеккә, күрһәтелгән ярҙамға иң тәүге баһа булһа ине. Рәхмәттән дә оло булыу мөмкин түгел.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.