Инйәр
+20 °С
Облачно
Новости
3 Февраля 2022, 07:29

Ҡоралдарҙы дөрөҫ һаҡлағыҙ

Граждандар ҡоралын урлауҙың төп сәбәбе — граждандар һәм эш ҡоралының һәм уларҙың патрондарының әйләнеш ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу.

Ҡоралдарҙы дөрөҫ һаҡлағыҙҠоралдарҙы дөрөҫ һаҡлағыҙ
Ҡоралдарҙы дөрөҫ һаҡлағыҙ

Ҡорал эйәләренең яуапһыҙлығы йыш фажиғәләргә килтерә. Уны юғалтыу, һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙоу, иркен йөрөтөү, урлауға юл ҡуйыу ғәҙәттән тыш хәл һанала.

Ҡоралдар ҡараҡтар ҡулына күпселек автомобиль салонынан, гараждарҙан, һарайҙан, йорттан эләгә. Закон буйынса был ерҙәрҙә уны һаҡлау, ҡалдырыу ярамай. Уларҙы дөрөҫ йөрөтмәү, шарттарҙы үтәмәү ҙә урланыуға сәбәпсе. Үҙ-үҙеңде һаҡлауҙа ҡулланылған ҡыҫҡа көбәкле, көбәкһеҙ ҡоралдар хәүефһеҙлек ҡайышлы  махсус кобураларҙа һаҡланырға тейешлеген дә оноторға ярамай. Тик ни өсөндөр граждандар уларҙы кеҫәләрендә, сумка-пакеттарҙа, билбау аҫтында йөрөтә. Мылтыҡ, пистолеттар хужаларының яуапһыҙлығы арҡаһында енәйәтселек мөхитенә эләгә.

БР Росгвардия идаралығы граждандар ҡоралы хужаларын иҫкәртә: ҡоралды һәм уның патрондарын сит кешеләр ҡулы теймәҫлек махсус урында һаҡларға, ҡоралды һәм уның патрондарын транспорт сараларында һаҡламаҫҡа. Ҡорал әйләнеше ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта закон буйынса яуаплылыҡ ҡарала. Ҡорал һаҡланған торлаҡ йорттарға үҙәкләштерелгән ведомствонан тыш, һаҡ бүлегенә пульт аша тоташҡан һаҡлау-янғын сигнализацияһын ҡуйырға тәҡдим ителә.

Дмитрий Дегтярев,

 БР буйынса Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлексәһенең өлкән инспекторы, полиция майоры.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас