Инйәр
+4 °С
Облачно
Новости
3 Февраля 2022, 05:23

Эттәрегеҙҙе бәйҙә тотайыҡ

Өфө ҡалаһында, Әй урамының 16-сы һанлы йорто янында берәҙәк эттәрҙең балаға һөжүм иткәне видеокамераға эләккән.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Эттәрегеҙҙе  бәйҙә тотайыҡЭттәрегеҙҙе  бәйҙә тотайыҡ
Эттәрегеҙҙе бәйҙә тотайыҡ

Ярай ҙа балаға бик ваҡытлы коммуналь хеҙмәткәр ярҙам итеп өлгөргән — эттәрҙе ҡыуып ебәргән. Юғиһә, ни булырын күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс.

Районда ла юғарылағы мәсьәлә көнүҙәктә ҡала килә. Берәҙәк хайуандарҙан тыш, эйәлеләре лә бәйһеҙ көйөнсә урам буйында иркен йөрөүен осратырға мөмкин. Ундайҙар араһында яуыз, сирлеләрҙең дә булыуы ихтимал.  Дүрт аяҡлылар йышыраҡ аҙыҡ эҙләп өйөр менән йөрөй. Яңғыҙаҡтарға ла ышаныс юҡ.

Хәүеф кеше һаулығына ла, шәхси хужалыҡтағы ҡош-ҡортҡа ла, ваҡ малға ла янай. Эттәрҙең әле бер ҡалала, әле икенсе районда балаларҙың сәләмәтлегенә, хатта ғүмеренә зыян килтереү осраҡтарын киң мәғлүмәт сығанаҡтарынан ишетеп, күреп торабыҙ:. Берәҙәк эттәр төрлө ауырыу таратыусы ла. Әйткәндәй, Башҡортостанда яҡынса 150 мең эт иҫәпләнә, уларҙың 66 % — берәҙәк.

Бөгөн Архангел ауыл биләмәһе хакимиәтенә берәҙәк эттәр тураһында ялыуҙар даими килә. Шул сәбәпле, иректә йөрөгән эттәрҙең хужаларын асыҡлау, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, берәҙәктәрҙе тотоу кеүек саралар көн һайын алып барыла. Үткән аҙнала өс эттең хужаһы табылып, улар менән һөйләшеү үткәрелгән, 15-е — берәҙәк эттәрҙе аулау менән шөғөлләнгән “Строй-комфорт” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолған.

Краснокуртовка ауыл биләмәһендә халыҡ был мәсьәләгә етди ҡарай. Урам буйлап сапҡан эттәр юҡ тиерлек, булған хәлдә лә шылтыратып әйтеү менән шунда уҡ бәйләп тә ҡуялар. Бында һунар эттәренең аҙашып йөрөгән саҡтары ғына булғылай. Улар тураһында ла ваҡытында һунарсылыҡ хужалығына хәбәр итеп, эйәләренә ҡайтарып биреү саралары күрелә.

Орловка ауыл биләмәһендә лә берәҙәктәргә ялыу юҡ. Урындағылар үҙҙәренеү дүрт аяҡлы дуҫтарын тәрбиәләүгә бик яуаплы. Яңылыш бәйҙән ысҡынған саҡтарын шәйләп ҡалыу менән  “Ватсап”тағы “Ауылдаштар” төркөмөнә яҙалар. Ауылдыҡылар бимазаламаһа ла республика трассаһының яҡында булыуы арҡаһында юлда ҡалдырылған хайуандар менән эш етәрлек. Ябай, яҡшы тоҡомлоларын да бер йәлләмәй йә ташлап, йә онотоп китәләр. Был мәсьәлә лә шулай уҡ “Строй-комфорт” ойошмаһы  аша хәл ителә. 

Нисек кенә булмаһын, райондаштарыбыҙ берәҙәк эттәрҙең үҙҙәрен агрессив тотоуына бәйле борсолоуҙарын белдерә, балаларының ғүмере өсөн хәүефләнә. Урамда йөрөгән  эттәрҙең байтағын берәҙәк тип әйтеүе лә икеле — күбеһенең хужалары бар. Эттәрегеҙҙе  бәйҙә тотоғыҙ, үрсеткегеҙ килмәһә, ваҡытында стирелләгеҙ. Уларҙы урамға сығарып быраҡтырған хужаларҙың яуапһыҙлығы, еренә еткереп эшләнмәгән закондың йомшаҡ яҡтары арҡаһында яҡлауһыҙ кешеләр һәм эттәр зыян күрә.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас